+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Март 2020, 10:10

Башланғыс кластар бушлай туҡланасаҡ

2020 йылдың 1 сентябренән Башҡортостандың бөтә белем усаҡтарында ла I - IV класс уҡыусылары бушлай туҡлана башлаясаҡ.#национальныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан

2020 йылдың 1 сентябренән Башҡортостандың бөтә белем усаҡтарында ла I - IV класс уҡыусылары бушлай туҡлана башлаясаҡ. Был турала оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Р. Ф. Хәбиров хәбәр итте, хәҙерҙән үк быға әҙерләнә башларға, балалар нимә туҡланыуын күреп белһен өсөн ата-әсәләр өсөн тәмләп ҡарау сараларын ойошторорға ҡушты.
Киләһе уҡыу йылынан бәләкәй кластар уҡыусыларының бер тапҡыр туҡланыу хаҡы 55 һум тәшкил итәсәк, тип белдерҙе. «Был суммаға баланы яҡшы итеп туйындырырға була, иң мөһиме быны кешелеклелек һәм оҫталыҡ менән башҡарырға кәрәк», – тине Радий Фәрит улы. Төбәк башлығы мәктәптәрҙе сифатһыҙ аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе намыҫһыҙ кешеләр республикала булмаясаҡ, тип иҫкәртте, муниципалитеттар башлыҡтарына был юҫыҡта ныҡ иғтибарлы булырға ҡушты.
1 мартта Рәсәй Президенты В. В. Путин Рәсәйҙә башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ашатыу буйынса законға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта ул Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә хәбәр иткәйне.
Читайте нас: