БДИ-ны тапшырыу йылдан-йыл һанлы форматҡа күсә бара. Билеттар имтихан көнөндә интернет аша ебәрелеп, уҡытыусыларға уларҙы принтерҙан сығарып алырға ғына кәрәк буласаҡ, тип хәбәр итә «АиФ» гәзите. Быйылғы йылдан кешенең яҙыу үҙенсәлектәрен асыҡлау өсөн компьютер программаһы эшкә егеләсәк. Был программа бөәт предметтар буйынса эштәрҙе үҙ аллы тикшереп, һөҙөмтә бирәсәк.
Әйткәндәй, йәмғиәтте өйрәнеү фәне иң күп һайланғандар иҫәбендә — быйыл уны ил буйынса 375 мең уҡыусы тапшыра. Икенсе урынды физика биләй, уны 167 мең кеше һайлаған. Информатика фәнен һайлаусылар ҙа арта, быйыл — 108 мең. Ҡытай теле былтыр ғына индерелүгә ҡарамаҫтан, ул да алдынғы урында килә.