+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Март 2020, 11:42

БДИ үткәреү ваҡыты күсерелә

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы һәм мәғарифты күҙәтеү ведомствоһының берлектәге бойороғона ярашлы, ваҡытынан алда һынау тотоу этабын 20 марттан 13 апрелгә тиклем үткәрергә тип билдәләнгәйне.#национальныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы һәм мәғарифты күҙәтеү ведомствоһының берлектәге бойороғона ярашлы, ваҡытынан алда һынау тотоу этабын 20 марттан 13 апрелгә тиклем үткәрергә тип билдәләнгәйне.
Республикала коронавирус буйынса юғары әҙерлек режимы индерелеү сәбәпле Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы ваҡытынан алда тапшырыу осоронда ҡатнашырға теләгәндәр өсөн урта дөйөм белем биреү программалары буйынса дәүләт сығарылыш имтиханын һәм берҙәм дәүләт имтиханын уҙғарыу ваҡыты күсерелеүен хәбәр итте.
Улар имтихандарҙы быйылғы сығарылыш уҡыусылары менән бер ваҡытта — 25 майҙан 29 июнгә тиклем тапшырасаҡ. Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының төп осоро тап ошо ваҡытҡа тура килә.
Шулай уҡ, Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтиханын уҙғарыу буйынса 8 (347) 218-03-81, 218-03-28 телефон һандары буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» эшләй.
Читайте нас: