+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Март 2020, 11:46

Яҙғы каникулдар оҙайтыла

Башҡортостанда уҡыусыларҙың яҙғы каникулдары 6 апрелгә тиклем оҙайтылды.#национальныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда уҡыусыларҙың яҙғы каникулдары 6 апрелгә тиклем оҙайтылды.
Республика Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн ошондай ҡарар ҡабул итте.
Республиканың дөйөм белем биреү учреждениелары 23 марттан 30-ына тиклем каникулға сығырға тейеш ине.
Республика етәксеһе Мәғариф министрлығына уҡытыусылар колллективын дистанцион уҡытыу варианттарына әҙерләргә ҡушты. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына белем биреүҙе дистанцион режимға күсереү бурысы йөкмәтелде.
Читайте нас: