+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Март 2020, 11:00

Олимпиадалар кисектерелә

Балаларҙың хәүефһеҙлеге мәнфәғәтендә фәнни олимпиадалар уҙғарыу билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелде, тип хәбәр итәләр РФ Мәғариф министрлығында.

«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә ойошторолоп килгән «Ломоносов», «Покори Воробьевы горы» кеүек олимпиадаларҙың һуңғы этаптары билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелә. Башҡа фәнни олимпиадаларҙың финалдары ла май айына ҡалдырыла. Ҡайһы бер форум һәм конкурстар дистанцион форматҡа күсә.
Читайте нас: