+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Апрель 2020, 21:15

Балалар өйҙән уҡый башлай

6 апрелдән республиканың бөтә белем биреү ойошмалары ла дистанциялы уҡыуға күсә. Бөгөн мәғариф мәсьәләләре буйынса үткән республика брифингыһында өйҙән уҡыуҙың үҙенсәлектәре тураһында хәбәр ителде.


6 апрелдән республиканың бөтә белем биреү ойошмалары ла дистанциялы уҡыуға күсә. Бөгөн мәғариф мәсьәләләре буйынса үткән республика брифингыһында өйҙән уҡыуҙың үҙенсәлектәре тураһында хәбәр ителде.
Башланғыс кластар араһында элекке формала уҡыуҙы дауам итәсәк 15 кешенән артмаған дежур төркөмдәрҙән айырмалы (был төркөмдәргә үҙ аллы изоляция шарттарында ла эштәрен дауам итергә мәжбүр булған медицина, полиция, банк хеҙмәткәрҙәренең һәм һатыусыларҙың балалары ата-әсәнең ғаризаһы буйынса ҡабул ителә) ҡалған уҡыусылар башлыса онлайн-дәрестәр форматында белем аласаҡ. БР Мәғариф һәм фән министры А. В. Хажин әйтеүенсә, дәрестәр теҙмәһе шул уҡ ҡаласаҡ. Уҡытыу бер сменала ойошторола. Бөтә Башҡортостан буйынса уҡыу берҙәм ваҡытта – иртәнге сәғәт 10-да башлана. Министр ата-әсәләргә балаларҙы уҡытыу өсөн мөмкин булған тиклем уңайлы шарттар булдырыу кәрәклеген иҫкәртте.
Техник мөмкинлектәрҙе иҫәпкә алып, дистанциялы уҡытыу бер нисә форматта ойошторола. Компьютерҙары булған һәм юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән балалар онлайн режимда уҡыу һәм күнегеүҙәрҙе башҡарыу мөмкинлегенә эйә булһа, интернет тиҙлеге артыҡ шәптән булмаған һәм телефон менән файҙаланыусыларға педагогтар төрлө мессенджерҙар һәм социаль селтәрҙәр аша электрон кейстар ебәрәсәк. Ә инде интернет тотмаған торама пункттарҙа дистанциялы уҡыу ҡағыҙ варианттағы кейстар аша башҡарыласаҡ. Уларҙы уҡыусыларҙың өйөнә аҙнаға өс тапҡыр – дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәрендә мәктәп автобусында дежур уҡытыусы таратасаҡ һәм башҡарылған эштәрҙе кире йыйып аласаҡ.
Министр дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын тапшырыусы 9-сы, 11-се класс уҡыусылары өсөн һәр шәмбе һайын 11 сәғәттә төбәктең иң яҡшы педагогтары онлайн-курстар ойошторасағы тураһында хәбәр итте.
Брифинг мәлендә Айбулат Вәкил улы ата-әсәләрҙән, уҡытыусыларҙан, белем биреү ойошмалары директорҙарынан килгән һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе. “Дистанциялы уҡыу ҡасанға тиклем дауам итәсәк?” тигән бөтәһен дә борсоған төп һорауға иң кәмендә тағы ла ике аҙна тип яуапланы.
Читайте нас: