+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Апрель 2020, 10:30

Аграр вузға уҡырға инергә теләһәгеҙ...

Башҡорт дәүләт аграр университетында ситтән тороп уҡырға теләүселәр документтарын онлайн режимда тапшыра ала.

Башҡорт дәүләт аграр университетында ситтән тороп уҡырға теләүселәр документтарын онлайн режимда тапшыра ала. Быға Башҡортостанда "Мәғариф" милли проектын әүҙем тормошҡа ашырыу сиктәрендә өлгәшелде.

БДАУ 1 апрелдән ситтән тороп уҡырға инеүгә онлайн документтар ҡабул итә башланы. Ағымдағы йылда аграр вуз баклавриатҡа 75 һөнәр һәм йүнәлеш буйынса студенттар ҡабул итәсәк, уларҙың 43-сө буйынса ситтән тороп уҡырға ла мөмкин. Ситтән тороп уҡыусылар өсөн 350-нән ашыу бюджет урыны бүленә. Бюджет нигеҙендә уҡырға теләүселәргә 24 июлгә тиклем ғариза бирер кәрәк. Коммерция нигеҙендә уҡырға инеүгә документтар 12 ноябргә тиклем дауам итә.

Документтарҙы өйҙән – онлайн режимда тапшырыр өсөн шәхси кабинет булдырырға һәм “Ғариза бирергә тейләйһегеҙме? Теркәлегеҙ” тигән һылтанма буйынса үтеп, кәрәкле юлдарҙы тултырыу зарур.
#национальныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан.
Читайте нас: