+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Апрель 2020, 12:16

Балалар уҡый башланы

Уҙған йомала район мәғариф бүлеге белем биреү учреждениеларының дистанциялы уҡыуға күсеүе буйынса ойошторған онлайн-брифингыла бүлек на-чальнигы Б. Х. Илһамов һәм уның урынбаҫары Г. Ә. Рәхимова был мәсьәлә буйынса аңлатмалар бирҙе.

Уҙған йомала район мәғариф бүлеге белем биреү учреждениеларының дистанциялы уҡыуға күсеүе буйынса ойошторған онлайн-брифингыла бүлек на-чальнигы Б. Х. Илһамов һәм уның урынбаҫары Г. Ә. Рәхимова был мәсьәлә буйынса аңлатмалар бирҙе.

— Дүшәмбенән, йәғни 6 апрелдән бөтә мәктәптәрҙә лә уҡыуҙар башланды. Уҡыусы балалар дистанциялы уҡыу алымына күсеү айҡанлы ошо хаҡта таныштырып, ата-әсәләрҙән, уҡытыусыларҙан, балаларҙан килгән һорауҙарға аныҡлыҡ индереп үтмәксебеҙ, — тине Батыр Харис улы.Батыр Харис улы белдереүенсә, ошо көндәрҙә педагогтар онлайн режимда уҡытыу буйынса белемдәрен камиллаштырған, уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтелгән. Райондың белем биреү учреждениелары электрон журнал һәм электрон көндәлек алып барыу өсөн «Мәғариф» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһында теркәлгән. Электрон журналға дәрестең темаһы, өйгә эштәр индереләсәк. Был шуныһы менән уңайлы: ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа һөҙөмтәләрҙе күреп барасаҡ. Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә һәр класс өсөн төркөмдәр төҙөп, шунда бөтә уҡыу материалын һалып барырға тәҡдим ителгән.

Һәр мәктәп техник мөмкинлектәренән сығып, дистанциялы уҡыу процесының үҙенә ҡулайлы ысулын һайлаған.

Беренсенән, башланғыс класс уҡыусылары өсөн мәктәптәрҙә дежур төркөмдәр ойоштороласаҡ, әммә уларҙа балалар һаны 15-тән артмаҫҡа тейеш. Бындай төр-көмдәргә атаһы ла, әсәһе лә эшкә йөрөгән уҡыусылар ғына ҡабул ителә. Бындай мәктәптәр күп түгел, әммә бар.

Икенсенән, белем биреү учреждениеларының күбеһе дистанциялы уҡыуҙың онлайн дәрес режимына күсә. Был осраҡта ҡыҙ һәм малайҙарҙың юғары тиҙлекле компьютерҙары булыуы шарт. Уҡыуҙар бөтә республика буйынса сәғәт 10-да башлана. Дәрестә ҡаралған темалар дистанциялы уҡыу осоронда һаҡлана. Балалар теләгән ваҡытта аңламаған ерен ҡайтанан ҡарай, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлай ала.

Өсөнсөнән, дистанциялы уҡытыу ярҙамында электрон кейс ҡулланыласаҡ. Был яй тиҙлек менән эшләгән интернетлы уҡыусыларға ҡағыла. Улар дәресте төркөм чатында асылған электрон (смс-хәбәр) аша аласаҡ.

Дүртенсенән, ҡағыҙ кейс ярҙамында дәрес уҙғарыласаҡ, ул интернетҡа тоташтырылмаған мәктәптәргә, атап әйткәндә, райондың тау-урман төбәге ауылдарының белем биреү учреждениеларына ҡағыла. Был осраҡта дәрестә интернет технологияһы бөтөнләй ҡулланылмай, әммә бәйләнеш кеҫә телефоны аша барыуы ихтимал. Ҡағыҙ кейсты мәктәп автобусында дежур уҡытыусы аҙнаһына өс тапҡыр дүшәмбе, шаршамбы һәм йомала таратасаҡ һәм әҙерләнгән эштәрҙе ҡабул итәсәк. Беҙҙең районда 603 бала ошо ысул менән уҡыясаҡ.

Район мәғариф бүлеге начальнигы һүҙҙәренә ҡара-ғанда, уҡыу пландарында үҙгәрештәр булмаясаҡ. Онлайн-режимда уҡыған беренселәр өсөн дәрес — 10 минут, 2-5-селәр өсөн 15, 6-7-се кластарҙа — 20, 8-9-сы кластарҙа — 25, 10-11-се кластарҙа 30 минут дауам итәсәк. Дәрестәр министрҙар, төрлө ведомство етәкселәре, эксперттарҙың сығышынан башланасаҡ. Кисә тәүге дәрестә республика Башлығы Радий Хәбиров балалар өсөн тәүге дәрес бирҙе. Төбәк башлығы дистанциялы уҡыу форматында үтәсәк яңы сиреккә старт бирҙе. «Киләсәгегеҙ бөгөн ни тиклем тырышып уҡыуығыҙға бәйле», — тине Радий Хәбиров, бындай ҡатмарлы шарттарҙа барыһы ла уҡыусыларҙың үҙҙәренән тороуына баҫым яһап.

Республика етәксеһе уҡыусыларға ошо көндәрҙә ил Президенты Указы менән Рәсәй геройы исеменә лайыҡ булған данлыҡлы генерал Миңлеғәли Шайморатовтың батырлығы тураһында ла бәйән итте.

Йәнә дистанциялы уҡыу барышында бушлай ашау мөмкинлеге булған, йәғни сәләмәт мөмкинлеге сикләнгән (улар районда бөтәһе 518 бала) һәм күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән (1743) уҡыусыларға аҙнаһына бер тапҡыр тиҙ боҙолмаған аҙыҡ-түлек биреү ҡаралған.

Брифинг барышында ата-әсәләрҙән килгән һорауҙарға Гөлдәр Әхмәҙулла ҡыҙы яуап бирҙе.

— Өйҙә бер нисә уҡыусы, ә компьютер берәү генә. Был осраҡта ни эшләргә?

— Сиратлап уҡытырға кәңәш итәбеҙ. Онлайн мөмкинлек булмағанда, электрон журналда һаҡланған материалдан теләгән ваҡытта шөғөлләнергә була. Шулай уҡ ата-әсәләр класс етәксеһе менән үҙҙәренә ҡулай ысулдың береһен һайлай ала.

— Физкультура дәрестәре үткәрәләсәкме?

— Уҡыу планына ярашлы бөтә фәндәр буйынса уҡыу дауам ителә. Физкультура ла, рәсем дә, йыр дәрестәре лә буласаҡ. Дистанциялы булһа ла, бөтә уҡыу планы тулыһынса үҙләштерелергә тейеш.

— Берҙәм дәүләт имтиханы менән дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы буламы?

— Уларҙың ваҡыты күсерелә, 9-сыны тамамлаусылар имтиханды 8 июндән, БДИ-ны 9 июндән бирә башлаясаҡтар. Имтихандарға әҙерләнеү маҡсатында уҡытыусылар дистанциялы консультациялар үткәрәсәк. Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре шулай уҡ дистанциялы май айында уҙғарыласаҡ.

— Мәктәпкәсә учреждениелар нисек эшләй?

— Балалар баҡсаларында атаһы ла, әсәһе лә эшләгән балалар өсөн дежур төркөмдәр эшләйәсәк. Бер генә бала йөрөгәндә лә төркөм эшләргә тейеш.

— Сәләмәтлеге сикләнгән һәм күп балалы ғаиләләрҙән булған балаларға аҙыҡ-түлекте кем тарата?

— Был мәсьәлә өсөн директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫарҙары яуаплы.

Әлбиттә, бөтә ил өсөн яңылыҡ булған һынау алдына баҫтыҡ. Шуға ла был тәңгәлдә һорауҙар күп буласаҡ. Дистанциялы уҡыуға бәйле һорауҙар тыуһа, ата-әсәләр иң элек класс етәксеһенә мөрәжәғәт итергә тейеш. Шулай уҡ район мәғарифы бүлегенә (Батыр Илһамов, тел.: 8-965-646-30-01; Гөлдәр Рәхимова, тел.: 8-961-349-63-28; «ҡыҙыу линия»: 8 (34772) 2-04-56) шылтыратырға мөмкин.

Брифинг аҙағында Батыр Илһамов уҡытыусыларҙың иңдәренә ҙур яуаплылыҡ һәм көс һалыныуын, уларға эштәренең яҡшы һөҙөмтәләрен генә күреүҙәрен, ата-әсәләргә сабырлыҡ, балаларына дәрестәрен үҙләштереүҙә ярҙам итеүҙәрен, уҡыусыларға тырышып уҡыуҙарын теләне. Шулай уҡ балаларҙың сәбәпһеҙ урамға сыҡмауҙарын, самоизоляция режимын күҙәтеүҙәрен һораны.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: