+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Апрель 2020, 12:05

“Һәр бала ваҡытында уҡырға хоҡуҡлы”

Кисәнән башлап бөтә ил буйынса дистанциялы уҡыу башланды.

Был балалар, уҡытыусылар, ата-әсәләр өсөн етди һынау. Мәсьәләләр етәрлек: ҡайҙалыр интернет бөтөнләй юҡ, гаджеттар етмәй, йә Интернет селтәренә булған көсөргәнеш арҡаһында проблемалар тыуа. Иң ҙур ауырлыҡ – Интернет көсөргәнеште күтәрә алмай һәм система бөтөнләй эшләмәй. Власть органдары, Мәғариф һәм Һанлы үҫеш министрлыҡтары уларҙы хәл итеү өсөн барыһын да эшләй. Кем дистанциялы уҡый алмай, уларға дәрестәр һәм өйгә эштәрҙе уҡытыусы ҡағыҙ форматта килтереп бирергә һәм аҙаҡ килеп алырға тейеш. Нисек кенә булмаһын – белем биреүҙә проблема булмаҫҡа тейеш. Һәр бала ваҡытында уҡырға һәм белем алырға хоҡуҡлы. Радий Хәбиров бер нисә көн эсендә барлыҡ ауырлыҡтарҙы хәл итергә һәм балаларҙы тейешле кимәлдә уҡытыуҙы ойошторорға ҡушты.
Шулай уҡ 6 апрелдән үҫешендә үҙенсәлектәре булған һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителә башланы. Тауарҙар араһында макарон, ярма, шәкәр, май, печенье кеүек ризыҡтар бар. Төбәк етәксеһе аҙыҡ-түлек тупланмаһы менән танышып сыҡҡандан һуң, унда Башҡортостан етештереүселәре тауары булмағанға ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе.
- Үҙебеҙ ярма, май етештерәбеҙ, ә йыйылмала улар башҡа төбәктәрҙән. Киләһе аҙнала был йыйылманы кире ҡараясаҡмын, - тине ул.
Читайте нас: