Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Апрель 2020, 12:10

Иҫке Сибайҙа яңы мәктәп буласаҡ

Ике йылда республикала 24 балалар баҡсаһы, 12 мәктәп төҙөләсәк.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был мәғариф учреждениелар “Демография” һәм “Мәғариф” милли проекттары сиктәрендә бойомға ашырыласаҡ.
Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылындағы мәктәп, авария хәлендә булғанлыҡтан, ҙур хәүеф тыуҙырған ине. Һөҙөмтәлә уны ябырға ҡарар ителде һәм уҡыусылар Сибай ҡалаһына йөрөп белем алды.
Иҫке Сибайҙа яңы мәктәп төҙөү буйынса ҡарар ҡабул ителгән. Әле уның һуңғы документ эштәрен тәртипкә килтереү буйынса эштәр алып барыла. Мәктәп 375 уҡыусыға иҫәпләнгән. Уның төҙөлөшө өсөн 300 миллион һум бүленә. Әле тендер иғлан ителгән.
Яңы мәктәп 2021 йылдың сентябрендә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.
Читайте нас: