+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Апрель 2020, 11:25

БДИ үткәреүҙең яңы датаһы тәҡдим ителә

Рәсәй Мәғариф министрлығы Берҙәм дәүләт имтихандарын үткәреүҙең яңы датаһын билдәләгән бойороҡтоң проектын баҫтырҙы.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Мәғариф министрлығы Берҙәм дәүләт имтихандарын үткәреүҙең яңы датаһын билдәләгән бойороҡтоң проектын баҫтырҙы.
Проектҡа ярашлы, БДИ-ны үткәреүҙең беренсе көнө 8 июнендә була. Был көндө сығарылыш кластары география, әҙәбиәт һәм информатика фәндәренән имтихан тапшырасаҡ. Алдағы бойороҡҡа ярашлы был имтихан 25 майға планлаштырылғайны.
Киләһе имтихандар үтәсәк көндәр түбәндәгесә:
11 июнь – рус теленән;
15 июнь — математиканан;
18 июнь — тарих һәм физиканан;
22 июнь — химия һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәненән;
25 июнь — сит телдәр (телдән биреү өлөшөнән тыш) һәм биологиянан;
29 һәм 26 июндә — сит телдәрҙең икенсе өлөшө буйынса имтихан (телдән).
Беренсе июлдән 11-нә тиклем имтихандарҙың резерв көндәре тип тәғәйенләнә, 22 сентябрь тағы бер резерв көндө, рус теленән һәм математиканан имтихан тапшырып була. Шулай уҡ был көндәрҙә уҙған йылдарҙа мәктәпте тамамлаусылар имтихандар тапшыра ала.
Коронавирус таралыу сәбәпле, дәүләт имтихандарын күсереү тураһында Мәғариф министрлығы март аҙағында ҡарар ҡабул иткәйне.
2020 йылда бөтәһе 797 меңгә яҡын кеше имтихан тапшырырға ниәтләй, шуларҙың 692 меңе быйыл мәктәпте тамамлаусылар.
Дәүләт имтихандарын тапшырыу ваҡыты күсерелеү сәбәпле, Рәсәй фән министрлығы ла юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү ваҡытын бер нисә аҙнаға күсерергә булды. Был турала, ведомство етәксеһе Валерий Фальков белдергән.
Билдәле сәбәптәр арҡаһында 23 марттан бөтә Рәсәй мәктәптәре уҡыусылары өс аҙналыҡ каникулда булды. Хәҙер уҡыуҙар дистанциялы дауам итә. Үткән аҙнала мәғариф министры Сергей Кравцов ҡайһы бер төбәктәрҙә уҡыу йылы 8 июнгә тиклем оҙайтылыуы мөмкин тигәйнен. 9-сы класс уҡыусыларының дөйөм дәүләт имтихандары 9 июндә башланасаҡ.
Читайте нас: