Был сара уҙған йылда уҡ башланған ине. Уны иһә 2021 йылда тамамлау маҡсаты ҡуйыла. Бөгөн республикалағы 1318 мәктәптең 93-ө интернетҡа тоташтырылмаған. Күп мәктәптәрҙә бындай уңайлыҡтың булмауы хәлде ҡатмарлаштыра. Айырыуса бөгөн - ситтән тороп белем алыу системаһы индерелгән осорҙа. Владимир Путиндың Указы буйынса Башҡортостанда «Һанлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә сүс-элемтә һыҙаты төҙөлөшө дауам итә. Уның күп проблемаларҙы хәл итәсәге көн кеүек асыҡ.