+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Апрель 2020, 00:05

Р. Хәбиров сәхифәһендә балаларҙың хәле менән ҡыҙыҡһынды

Дистанцион уҡыуҙың икенсе аҙнаһы башланды. Уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр – ошо өсмөйөштә ҡалған бер кемгә лә еңел түгел.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Р. Ф. Хәбиров “Бәйләнештә” сайтындағы сәхифәһендә: “Республикала коронавирусҡа бәйле хәл ябайҙан булмауына барығыҙ ҙа шаһитһығыҙ... Әммә беҙ барыбер үҫеш һәм киләсәк тураһында уйлаясаҡбыҙ. Минең өсөн киләсәк – ул,тәү сиратта, белемле һәм дәғүәгә һәләтле балалар. Бының өсөн улар уҡырға тейеш! Беренсе аҙнала, дөрөҫөн әйтәм, дистанциялы уҡытыуҙа насар эшләнек, өслө билдәһенә тип һығымта яһаныҡ. Бөгөн онлайн-дәрестәр һаны аҙнаһына 25 меңдән 35 меңгә еткерелде, 488 мең уҡыусының 312 меңе белем алыуға йәлеп ителде”, - тип яҙҙы. Радий Фәрит улы ата-әсәләргә: ”Балаларығыҙҙың хәле нисек?" – типтә мөрәжәғәт итте һәм турана-тура үҙенең сәхифәһенә хәл-әхүәлдәрен яҙыуҙы һораны.
Ярты көн дауамында төбәк Башлығына 500-ҙән ашыу мөрәжәғәт булды һәм һаман да сәхифәлә комментарийҙар ҡалдырыу дауам итә.
# өйҙәЯҡшыраҡ
Читайте нас: