-16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Апрель 2020, 12:09

Өйҙә лә уҡып була

Хәлил ауылында йәшәүсе Моталовтарҙың йорто дистанциялы уҡыу осоронда мәктәп кеүек гөрләп тора.

Хәлил ауылында йәшәүсе Моталовтарҙың йорто дистанциялы уҡыу осоронда мәктәп кеүек гөрләп тора. Сөнки бында уҡытыусы ла, уҡыусылар ҙа бар. Әсәй кеше — Лилиә Ишбулды ҡыҙы — Хәлил урта мәктәбенең математика һәм технология уҡытыусыһы, һигеҙенселәрҙең класс етәксеһе. Ишле ғаиләнең ике өлкән улы үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫһа, өйҙә мәктәп йәшендәге тағы ла өс бала бар. Айгүзәл — 8-се, Айгиз — 6-сы, Илназ 3-сө класта белем бала. Ғаилә башлығы Вәкил Зәбир улы ла мәктәп хеҙмәткәре, автобус водителе. Дистанциялы уҡыу мәлендә ул мөһим бурыстар атҡара. Интернет селтәренә тоташмаған йәки компьютерҙары булмаған уҡыусыларҙың өйҙәренә уҡыу өсөн ҡағыҙ кейстарҙы тарата, күп балалы ғаиләләргә аҙыҡ-түлек йыйылмаларын да илтеп бирә.

Коронавирус пандемияһына бәйле хәл ваҡытлыса мәктәпкә йөрөмәҫкә мәжбүр итһә лә, был йәш быуын белем алыуҙан мәхрүм ҡалырға тейеш тигән һүҙ түгел. Моталовтар ғаиләһендә лә дистанциялы уҡыуға бик етди ҡарайҙар. Балаларға уҡыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Иркен, күп бүлмәле йортта шөғөлләнгән балалар бер-береһенә ҡамасауламай. Интернеттың да мөмкин булғанса юғары тиҙлеклеһе менән файҙаланалар. Бөтәһенә бер ноутбукты нисек бүлергә тигән мәсьәләнән смартфондар ҡотҡара. Балаларҙың һәр береһенең ҡулында өр-яңы телефон. Белгән кеүек ағайҙары быйыл һеңле-ҡустыларының тыуған көндәренә телефон бүләк иткән. Өйҙә уҡыу шарттарында уҡытыусы ла, әсәй ҙә булыу Лилиә Ишбулды ҡыҙының иңенә арыу уҡ мәшәҡәттәр һалһа ла, уҡыусыларынан, ата-әсәләрҙән бер туҡтауһыҙ килгән СМС-хәбәрҙәрҙән телефоны ҡыҙып, шартлар сиккә еткәндә лә, педагог булараҡ ул тимер сабырлыҡ һаҡлай. Әгәр ул да түҙмәһә — кем? Онлайн белем биреү платформалары аша уҡыусыларына фәндәр батшабикәһе булған математика серҙәрен аңлата. Туғыҙынсыларын төп дәүләт имтиханына әҙерләй. Ул арала интернет аша бирелгән дәрестәрҙе аңламай албырғашҡан үҙенең балаларына ярҙам итеп ебәрергә лә өлгөрә. Был ҡатмарлы осор уҡытыусы ҡатынды бер ҙә өй, хужалыҡ эштәренән азат итмәй. Һыйырын һауырға, үҫентеләр сәсергә кәрәк. Ҙур ғаиләгә тәмле итеп аш-һыу яраштырыу ҙа әсәй иңендә.

— Уҡыусыларҙың фотоға төшөрөп ебәрелгән үҙ аллы һәм өйгә эштәрен тикшергәндән һуң, баһаларҙы электрон журналға ҡуйып, киләһе көнгә дәрес планы төҙөп бөтөүгә төн уртаһы етә, — ти уҡытыусы.

Балалар ҙа мәктәптә уҡыған саҡтарын һағына. Илназ «дистанциялы уҡыу оҡшай, йоҡо туйғансы йоҡлайым, дәрестәр араһында уйнап та өлгөрәм» тиһә лә, класташтарын, дуҫтарын һәм уҡытыусыһын һағыныуын йәшермәй. «Яндекс учебник, Академкнига платформаларында шөғөллә-нәбеҙ, көн дә онлайн һәм вайбер аша аралашып дәрестәр үткәрәбеҙ», — ти замана балаһы. Айгиз иһә төрлө видеоматериалдар ҡарауы ҡыҙыҡ, белем даирәһен киңәйтә, ти.Тик дәрестәр ваҡыты ҡыҫҡа, уҡыу темпына өлгөрә алмайым, тип онлайн уҡыуҙың кире яғын да билдәләй. Айгүзәлгә барыһы ла оҡшай. Дистанциялы уҡыу үҙ аллылыҡҡа, ваҡытты дөрөҫ бүлергә өйрәтә, тип үҙенең һығымталарын яһай. Ләкин ул да әхирәттәре менән йәнле арала-шыуҙы һағынған.

— Карантин мәктәп партаһы артында белем алыуҙың ҡиммәтен баһаларға, беҙгә белем бирәбеҙ тип бөтә көстәрен һалған уҡытыусы-ларыбыҙҙың ҡәҙерен белергә өй-рәтте. Тиҙерәк мәктәпкә барғыбыҙ килә, — ти Моталовтар.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: