+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Апрель 2020, 23:50

Сығарылыш кластар имтихандарға әҙерләнә

Бөгөн республиканың сығарылыш класс уҡыусылары өсөн берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарына әҙерлек буйынса дистанциялы консультациялар уҙҙы.

Онлайн-консультацияларҙа 10211 уҡыусы ҡатнашты. 11-се кластарға тарих буйынса консультацияны БДИ һөҙөмтәләрен тикшереү буйынса Республика предмет комиссияһы рәйесе, БДУ доценты,тарих фәндәре кандидаты Оксана Новикова үткәрһә, физика буйынса консультацияны шулай уҡ БДИ һөҙөмтәләрен тикшереү буйынса Республика предмет комиссияһы рәйесе, БДУ доценты, физика-математика фәндәре кандидаты Фәрит Закирйәнов уҙғарҙы.
Туғыҙынсы кластарҙы төп дәүләт имтиханына Республика предмет комиссияһы эксперттары, юғары категориялы уҡытыусылар математиканан Ольга Фомина , рус теленән Наталия Борихина әҙерләне.
Онлайн-консультацияларҙа эксперттар имтихан мәсьәләләрен сиселешен аңлатты, шулай уҡ имтихан эштәрен баһалау һәм балдар ҡуйыу критерийҙары буйынса белешмә бирҙе, чаттарға уҡыусыларҙан килгән һорауҙарға яуап бирҙе.
Киләһе консультация 25 апрелдә БДИ тапшырыусылар өсөн немец теленән сәғәт 11-ҙә, рус теленән 12-лә, математиканан төшкө сәғәт 2-лә уҙа. Төп дәүләт имтихандары буйынса рус теленән сәғәт 12-лә, математиканан 2-лә башлана.
#өйҙәЯҡшыраҡ
Читайте нас: