-7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Апрель 2020, 01:01

ВПР көҙгөлөккә күсерелде

РФ Мәғариф һәм фән министрлығының был ҡарары коронавирус пандемияһына бәйле

Ошо мәлдә мәктәптәрҙә уҙғарылырға тейешле Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре (ВПР) көҙгөлөккә – киләһе уҡыу йылының башына күсерелде. Коронавирус пандемияһына бәйле был ҡарарҙы РФ Мәғариф һәм фән министрлығы ҡабул итте.
Уҡыу йылы аҙағына ҡарай йомғаҡлау контроль эштәрен быйыл ил буйынса алты миллиондан ашыу IV-VIII класс, шулай уҡ 10-сы һәм 11-се класс уҡыусылары яҙырға тейеш ине.
  • Уҡыу йылы башына күсерелгән Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре өсөн уҡыусыларға баһа ҡуйылмаясаҡ. Уҡыусыларҙың белем ҡеүәһен тикшереү белем биреү процессын артабан корректировкалау өсөн кәрәк, - тип аңлатма бирҙе ведомство етәксеһе Сергей Кравцов.
  • #өйҙәЯҡшыраҡ
    Читайте нас: