Коронавирус инфекцияһына бәйле пандемиянан халыҡты ҡурсалау маҡсатында индерелгән үҙизоляциялау тәртибе мәктәп уҡыусыларын ғүмерҙә уйламағанса өйҙә уҡырға мәжбүр итте. Оҙаҡҡа һуҙылып киткән яҙғы каникулдан һуң балалар 6 апрелдән онлайн уҡыуҙы башланы. Дистанциялы уҡытыуҙың тәүге осоронда уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә бихисап мәшәҡәттәр — яңы платформаларға, интернет тиҙлегенә, техник ҡорамалдарға бәйле проблемалар менән осрашты. Тәүге осорҙағы ҡытыршылыҡтар яйға һалынды. Районда дистанциялы уҡытыуҙы ойоштороу һәм уның тәүге ике аҙнаһы йомғаҡтары тураһында мәғариф бүлеге начальнигы Батыр Харис улы Илһамов һөйләй.
— 6 апрелдән райондың дөйөм белем биреү учреждениелары дистанциялы уҡытыуға күсте. Техник мөмкинлектәренән сығып һәр мәктәп белем биреүҙә үҙенә уңайлы форманы һайланы. Был — онлайн-дәрестәр биреү, электрон һәм ҡағыҙ кейстар ярҙамында уҡытыу.
Бөгөнгө көндә Красная Башкирия һәм Йәнгел урта мәктәптәрендә башланғыс кластар өсөн дежур төркөмдәр эшләй. Тәүгеһендә 6, икенсеһендә 1 уҡыусы элеккесә мәктәпкә йөрөп уҡыуҙы дауам итә. Был балаларҙың ата-әсәләре 206-сы һанлы указдың 2-се пунктында билдәләнгән граждандар иҫәбенә ҡарай. Дежур төркөмдәр ойошторолған белем усаҡтарында хәүефһеҙлек саралары ҡәтғи рәүештә күҙәтелә. Мәктәпкә килгәс тә балаларҙың һәм уҡытыусыларҙың тән температураһы тикшерелә. Уҡыу бинаһы даими елләтеп торола, ике сәғәт һайын иҙәндәр еүеш сепрәк менән һөртөп сығыла.
Онлайн-дәрестәр Skipe, Diskord, Zoom платформаларында алып барыла. Онлайн режимдағы дәрестәр һәр класта көнөнә, билдәләнгән талаптарға ярашлы, 2 дәрестән артыҡ уҙғарылмай. 17 апрелгә 460 онлайн-дәрес уҙғарылды. Техник сәбәптәр арҡаһында дәрестәр өҙөлөү осрағына уҡытыусыларҙың резерв планы әҙер. Дистанциялы уҡыуҙың тәүге 10 көнөндә уҡыу процессында өҙөклөктәр булманы. Мәктәптәрҙең сайттарына ата-әсәләр һәм уҡытыусылар өсөн бөтә кәрәкле мәғлүмәт беркетелгән. Дистанциялы уҡытыуҙы ойоштороуҙағы барлыҡ үҙгәрештәр тураһында ла онлайн-режимда үткән кәңәшмәләрҙә мәктәп директорҙарына еткерелеп тора.
Райондың 58 мәктәбе дистанциялы белем биреү процессын электрон кейстар ярҙамында ойошторҙо. Уларҙа уҡыу материалдары уҡыусыларға почта сервисы, социаль селтәрҙәр йәки төрлө мессенджерҙар аша еткерелә. Йәмғеһе 3373 уҡыусы электрон кейс менән файҙалана.
Беҙҙең педагогтар «Учи.ру», «ЯКласс», «Яндекс.Учебник» кеүек электрон ресурстар менән дә әүҙем ҡуллана. Беренсе класс уҡыусылары Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша республиканың иң көслө уҡытыусылары тарафынан үткәрелгән теледәрестәр аша белем ала.
Компьютер, интернет мөмкинлектәре булмаған 347 уҡыусыға ҡағыҙ кейстар ярҙамында уҡытыу ойошторолдо. Иҫке Балапан башланғыс мәктәбе тулыһынса (10 уҡыусы) ҡағыҙ кейстар менән файҙалана. Дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәрендә яуаплы уҡытыусылар мәктәп автобусында һәр ғаиләгә ҡағыҙ варианттағы уҡыу материалын илтеп бирә. Был осраҡта ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеү төп талаптарҙың береһе булып тора. Автобус водителе, кейстарҙы таратыуға яуаплы педагог шәхси һаҡланыу саралары — маска, антисептик һәм һаҡлаусы комбинезондар менән тәьмин ителгән.
Өҫтәмә белем биреү усаҡтары ла дистанцияла эш алып бара. Элек уҡыуҙан һуң төрлө секцияларҙа, түңәрәктәрҙә шөғөлләнгән балалар бөгөн дә өҫтәмә белем алыуҙан мәхрүм түгел. Бөтә тәрбиәләнеүселәр ҙә электрон кейстар ярҙамында остаздары менән бәйләнеш тота: оҫталыҡтарын камиллаштыра, артабан үҫешеүен дауам итә.
Уҡыу йылы ғәҙәттәгесә башланғыс кластар өсөн 25 майға ҡәҙәр дауам итәсәк. V-XI класс уҡыусылары 31 майға тиклем уҡыясаҡ. «Һуңғы ҡыңғырау» тантанаһын, әгәр эпидемиологик хәл яҡшырһа, 30 майҙа уҙғарырға планлаштырабыҙ. Имтихандар стандарт режимда буласаҡ.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА яҙып алды.