+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Апрель 2020, 20:00

Мәктәптәргә яңы автобустар

Яҡын арала Башҡортостан мәктәптәренә 38 автобус һатып алыу планлаштырыла.

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, яңы техника алдағы өс айҙа 35 ауыл мәктәбенә һәм Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге лицейға тапшырыласаҡ. Бының өсөн бюджеттан 90 миллион ярым һум финанс бүленә. Яңы автобустар балаларҙы уҡыуға йөрөтөү киҫкен булған йәки техникаһы иҫкергән мәктәптәргә биреләсәк. Был сараларҙың барыһы ла мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нығытыуға булышлыҡ итәсәк.
Читайте нас: