+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Апрель 2020, 11:45

«Иң ҙур баһа — уҡыусыларымдың һөйөүе...»

Дәрестәрҙе йырлап үткәргән З. Ә. Дәүләтова ҡулы аҫтында уҡый башлағас та: «Мин дә башланғыс кластар уҡытыусыһы буласаҡмын!» — тип маҡсат ҡуя.

Уның һөнәр һайлауында беренсе уҡытыусыһының роле баһалап бөткөһөҙ. Хәлил урта мәктәбенең 1-се класына барған ҡыҙ Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы — мөләйем йөҙлө, һәр бала күңеленә асҡыс ярата белгән, дәрестәрҙе йырлап үткәргән З. Ә. Дәүләтова ҡулы аҫтында уҡый башлағас та: «Мин дә башланғыс кластар уҡытыусыһы буласаҡмын!» — тип маҡсат ҡуя. Зәйтүнә Әхмәт ҡыҙы, әгәр иҫән булһа, уның эҙҙәренән китеп, яҙмышын уҡытыусы һөнәренә бәйләгән Сәриә Дауытованың да мәғариф өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн һис шикһеҙ ғорурланыр ине.

Өлкән кластарҙа уҡыған саҡта ла йыш ҡына остаздары Сәриәне уҡытыусы урынына ҡалдыра. Талапсан, етди, ғәҙел уҡыусы үҙенә йөкмәтелгән был бурысҡа яуаплы ҡарай. Уҡытыусы роле үҙенә лә килешеп тора. Яҡшы өлгәшкән, һәр яҡтан әүҙем булған, кластың комсомол ойошмаһын етәкләгән, спорт буйынса район кимәлендә ярыштарҙа ҡатнашҡан ҡыҙҙың киләсәктә педагогик юлдан китеренә уҡытыусылары ғына түгел, хатта класташтары ла шикләнмәй. Тик ул мәктәптән һуң юридик белем алырға ҡарар итә. Ул ваҡытта юридик уҡыу йортона инер өсөн ике йыл хеҙмәт стажы кәрәк була. Шуға күрә Тал Ҡусҡары мәктәбенә пионервожатый булып урынлаша. Мәктәптә эшләү, ауырып киткән уҡытыусыларҙы алмаштырыу ҡыҙҙың ҡарарын ҡырҡа үҙгәртеп, мәғрифәт юлына бора. Киләһе уҡыу йылын ул Магнитогорск педагогия училищеһы студенты булып ҡаршылай.

Диплом алғас, 1990 йылда йәш уҡытыусы хеҙмәт юлын йүнәлтмә буйынса Силәбе өлкәһенең Варна районында башлай. Бер йылдан Әбделмәмбәт егете Шайморат Дауытовҡа кейәүгә сыға һәм студент ире янына ятаҡҡа йәшәргә килеп, тормош иптәше уҡыуын тамамлағансы ҡала мәктәптәрендә уҡыта. Асҡарға ҡайтып төпләнгәндә инде улдары Юнир тыуған була. Ҡатыны бәләкәй бала менән өйҙә ултыра, пединститут тамамлаған ғаилә башлығы һөнәре буйынса эш таба алмағас, район эске эштәр бүлегенә урынлаша. Улын баҡсаға урынлаштырғас, Сәриә Мансур ҡыҙы 1-се Асҡар урта мәктәбенә килә.

— 1995 йылда декрет ялына китеүсе уҡытыусы урынына ваҡытлыса эшкә урынлаштым. Бик көслө, татыу коллективҡа эләгеүем менән бәхетлемен. Ул мәлдә башланғыс кластар ағас мәктәптә уҡый ине. Асҡар мәктәбендәге тәүге хеҙмәт йылдарымдан бик матур хәтирәләр һаҡлайым. Л. Һ. Таһирова, Л. Х. Баталова, Ә. Ә. Килмөхәмәтова, Р. Б. Юлмөхәмәтова, З. М. Алтынбаева, Ҡ. Ә. Ғәйфуллина, Л. Г. Павлюкович, Р. В. Насирова һәм Ә. Р. Ниғмәтуллинаны һөнәри остаздарым тип атар инем. Һәр ҡайһыһы үҙенең бай тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Даими эш урыным булғас, юғары белем алыуҙы тиҙләттем. 1998 йылда ситтән тороп Магнитогорск педуниверситетына уҡырға индем. Ҡыҙым Гөлиә менән декреттан сығыуға диплом алдым, — тип һөйләй С. М. Дауытова.

1-се Асҡар урта мәктәбендә сирек быуат эшләү дәүерендә Сәриә Мансур ҡыҙы көслө, талапсан, дәрт-дарманы ташып торған уҡытыусы булараҡ танылған. Бөтәһе алты класс сығарған. Әле уҡытҡан өсөнсөләре — уның белем донъяһына әйҙәгән етенсе класы. Кинйә улы Динир ҙа әсәһе ҡулында белем ала. Мәктәпкә килгәндә уҡый-яҙа ла белмәгән балаларға төплө башланғыс белем биреү өсөн бөтә хеҙмәт көсөн һала педагог. Уның кластары белемле булыуҙан тыш, үҙ-ара татыу, берҙәм булыуҙары менән айырыла. Был, әлбиттә, уларҙың һәр береһен шәхес итеп күргән, үҙ аллылыҡҡа өйрәткән, һәр яҡлап һәләттәрен асҡан һәм бер тупҡа ойоштороп алып йөрөгән уҡытыусыға бәйле. Тәжрибәле остаз федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы дәрестәрендә электрон әсбаптар менән дә уңышлы файҙалана. Бер осор башланғыс класс уҡытыусыларының район методик берекмәһен етәкләгән. Йыш ҡына йәш коллегалары алдында асыҡ дәрестәр бирә. Юғары категорияға эйә булһа ла, үҙен һөнәри үҫтереүгә лә етди ҡарай. 2015 йылда «Йыл уҡытыусыһы» район конкурсында көсөн һынап, финалда ҡатнаша. 2016 йылда «Иң яҡшы класс етәксеһе» бәйгеһенең мәктәп, төбәк этаптарында еңеп сығып, район күләмендә беренсе урын яулай. Уҡытыусының портфолиоһында район мәғариф бүлегенең, мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының маҡтау ҡағыҙҙары бихисап. Әйткәндәй, С. М. Дауытова байтаҡ йылдар белем усағының профсоюз ағзаһы, хеҙмәтте һаҡлау буйынса яуаплы хеҙмәткәре вазифаларын тарта.

Сәриә Мансур ҡыҙының һүнмәҫ энергияһы балаларҙы уҡытыуҙан тыш, уларҙы төрлө яҡтан үҫтереүгә етә. Заманса уҡыу стандарттары башланғыс кластарҙа дәрестәр теҙмәһенә ритмиканы индерһә, уның уҡыусылары электән бөтә класс менән бейей. Класс менән район, республика күләмдәрендәге конкурстарҙа, интернет-бәйгеләрҙә ҡатнашып еңеүҙәр яулайҙар. Былтыр архив бүлеге ойошторған һүрәттәр бәйгеһендә еңеп, класс менән «Маугли» уйын үҙәгендә ял иткәндәр. М. Кәримдең 100 йыллығына арналған конкурста ҡатнашып, республика Милли китапханаһының рәхмәт хатына лайыҡ булғандар. Йыл һайын класс менән ГТО нормаларын тапшыралар. «Сәләмәт быуын — көслө төбәк» спорт-белем биреү проектында ҡатнашыусы класс булараҡ, күп ваҡытты спортҡа бүләләр. Уҙған уҡыу йылында кубок һәм бронза миҙалдар менән бүләкләнгәндәр. Әлеге проектта ҡатнашыу сиктәрендә уҡытыусы үҙенең өсөнсөләрен аҙнаға бер тапҡыр бассейнға бушлай йөҙөргә алып йөрөгән.

Дистанциялы уҡыу шарттарында ла баҙап ҡалмай тәжрибәле остаз. Онлайн дәрестәрҙе мауыҡтырғыс итеп ойоштора. Тағы ла уның рухлы уҡытыусы булыуын билдәләп үтке килә. Уның класы ошо көндәрҙә ата-әсәләре менән берлектә башҡорт теленән халыҡ-ара онлайн диктант яҙыуҙа ла ҡатнашҡан.

— Дан-шөһрәт өсөн эшләмәйем. Балаларҙы, эшемде яратам. Хеҙмәтем өсөн иң ҙур баһа — уҡыусыларымдың һөйөүе, ата-әсәләрҙең рәхмәте. Уҡыусыларымдың ҡаҙаныштары ҡанатландыра. 2013 йылда Линар Шәрипов математиканан республика олимпиадаһында II урын яуланы. Уҡытыусы һөнәрен һайлап, юлымды дауам итеүселәрем дә бар. Лениза Уйылданова 1-се мәктәптә, Альбина Ғәбитова менән Азалия Боҫҡонова гимназияла уҡыта, — тип ғорурлана С. М. Дауытова.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: