+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Май 2020, 00:00

Өйҙә лә яҡшы уҡырға!

Өс сығарылыш класс уҡыусыһына депутат планшет бүләк итте.

РФ Дәүләт Думаһы депутаты З. З. Байғусҡаров бөгөн Әбйәлилдә булды.
Пандемия арҡаһында өйҙә уҡыусы балаларҙың белем алыу шарттарын һәм сифатын яҡшыртыу өсөн депутат үҙенең өлөшөн индерҙе. Ул шәхси аҡсаһына алып килгән планшеттарҙы күп балалы ғаиләләрҙә үҫкән сығарылыш класс уҡыусыларына тапшырҙы. Өр-яңы гаджеттарҙың бәхетле хужалары уларҙың мәктәптә нисек өлгәшеүҙәренә ҡарап һайланды. Шулай итеп, Зариф Закир улының бүләгенә өс тырыш ҡыҙ - Хәлилдән Айгүзәл Ҡотлогилдина, Әбделмәмбәттән Ынйы Ҡарабәндина, Тупаҡтан Нәркәс Таһирова лайыҡ булды. Депутат бер ыңғайы ишле ғаиләләргә аҙыҡ-түлек тупланмалары тапшырҙы.
#өйҙәЯҡшыраҡ
Читайте нас: