Конкурстың төбәк этабында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән йәки инвалидлығы булған балаларға инклюзив белем биреүҙе тормошҡа ашырыусы республиканың 59 белем биреү ойошмаһы ҡатнашты.
Уның йомғаҡтары буйынса Өфө ҡалаһының 87-се һанлы мәктәбе – “Иң яҡшы инклюзив мәктәп”, шулай уҡ баш ҡаланың 233-сө балалар баҡсаһы – “Иң яҡшы инклюзив балалар баҡсаһы” номинацияларында еңеүсе тип билдәләнде.
Төбәк этабы еңеүселәре федераль кимәлдәге конкурста көстәрен һынаясаҡ.