+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Май 2020, 22:50

Быйыл ауыл ерендә эшләүсе150 йәш уҡытыусы грант аласаҡ

Республика Мәғариф министрлығы 2020 йылда йәш уҡытыусыларға гранттар биреүгә конкурс иғлан итә.

Ағымдағы йылдан башлап гранттар йыл һайын 150 йәш педагогҡа бирелә. Уҙған йылда уны республиканың 100 йәш уҡытыусыһы, шул иҫәптән Әбйәлилдән 4 педагог алды. 2020 йылда гранттың күләме 690 мең һум тәшкил итә.
Конкурста 35 йәшкә тиклемге (35 йәшлектәр ҙә иҫәпкә алына) РФ гражданы булған, ғариза биреү көнөнә республиканың халҡы һаны 15 мең кешенән артмаған торама пунктында урынлашҡан дөйөм белем биреү ойошмаһында кәмендә 2 йыл эшләгән, педагогик йөкләмәһе бер тариф ставкаһынан кәм булмаған уҡытыусылар ҡатнаша ала. Белем биреү ойошмаларында административ йәки ойоштороу буйынса эштәр башҡарыусыларға конкурста ҡатнашыу хоҡуғы бирелмәй. Шулай уҡ быға тиклем грант алған уҡытыусылар ҙа унда яңынан ҡатнаша алмай.
Конкурсҡа педагогтарҙы белем биреү ойошмалары һәм муниципаль райондарҙың мәғариф менән идара итеүсе органдары тәҡдим итә.
Конкурс материалдары [email protected] электрон почтаһы йәки Өфө ҡалаһы, Театраль урам, 5/2, 309-сы кабинет адресы буйынса 2020 йылдың 1 майынан 1 июненә тиклем ҡабул ителә.
Һүрәттә: 2019 йылда грантҡа лайыҡ булыусы Әбйәлил уҡытыусылары район башлығы И. Т. Нафиҡов менән.
Читайте нас: