Май айында Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында яңы мәктәп төҙөлөшө башлана. Әлегә бөтә кәрәкле процедуралар ҙа башҡарылған: проект документацияһы дәүләт эксперизаһын үткән, төҙөлөштө атҡарыуға аукционда Өфө ҡалаһынан “Империя” ЯСЙ-һы еңеп сыҡҡан.
Республика адреслы инвестициялар программаһы буйынса 375 урынға яңы мәктәп төҙөүгә 363,548 миллион һум аҡса ҡаралған.
Төҙөлөштө 2021 йылдың аҙағына тамамлау планлаштырыла.