9 һәм 11 класс уҡыусылары 5 июнгә, 10 класс уҡыусылары 30 майға тиклем уҡыуҙы тамамларға тейеш. Рәсәй Мәғариф министры Сергей Кравцов белдереүенсә, был ҡарар төбәктәрҙә мәғариф идаралыҡтары етәкселәре менән кәңәшләшкәндән һуң ҡабул ителгән. Был уҡыусылар тулы кимәлдә ял итә алһын өсөн эшләнә.
1 – 8 кластарға килгәндә, уҡыу аҙнаһының дауамлығына ҡарап, уларҙың уҡыуын 15-16 майҙа уҡ тамамлау тәҡдим ителә. 15 майҙан 25 майға тиклем дәрестән тыш эштәр, өҫтәмә белем биреү һәм тәрбиә программаларын тормошҡа ашырыу өсөн ваҡыт бирелә.
Уҡыу ваҡыты һәм уның форматы тураһындағы һуңғы ҡарарҙы һәр төбәк үҙендәге эпидемиологик хәлгә ҡарап ҡабул итәсәк.