-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Май 2020, 01:25

БДИ, бәлки, авгусҡа күсерелер...

Бөтәһен дә илдәге коронавирусҡа бәйле хәлдәр торошо хәл итәсәк.

COVID-19 арҡаһында сығарылыш кластарҙың берҙәм дәүләт имтихандарын июль уртаһына йәки август башына күсереүҙәре ихтимал. Коронавирусҡа бәйле, бәлки, вуздар уҡыу йылын 1 октябрҙән башлаясаҡ, тип хәбәр итә “Интерфакс”.
РФ мәғариф министры Сергей Кравцов 12 майҙан һуң ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ, тип белдергәйне. Ҡарар коронавирус инфекцияһы буйынса хәлгә ҡарап ҡабул ителәсәк.
Ведомство етәксеһе шулай уҡ пандемия арҡаһында рус теле һәм математиканан ғына төп дәүләт имтихандары ҡалдырылған туғыҙынсы кластарҙа быйыл имтихандар бөтөнләй уҙғармау ихтималлығын да билдәләне.
#өйҙәЯҡшыраҡ
Читайте нас: