Ошо көндәрҙә партияның Башҡортостан төбәк башҡарма комитеты республиканың бөтә райондарына өр-яңы планшеттар бүлде һәм уларҙың иң күбе Әбйәлилдең йәш вәкилдәре өлөшөнә яҙҙы. Партия биргән 36 планшет бөгөн район Советы секретары, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе секретары урынбаҫары Б. Ю. Исламбаев, мәғариф бүлеге начальнигы Б. Х. Илһамов һәм партияның район бүлексәһе секретары Р. М. Әғзәмова тарафынан алдан уҡ мәктәптәрҙән бирелгән заявкалар буйынса “бишле” һәм “дүртле” билдәләренә өлгәшеүсе, белем усағы тормошонда әүҙем ҡатнашыусы күп балалы ғаиләләрҙән 11-се класс уҡыусыларына тапшырылды. Әле дистанциялы уҡыу шарттарында бик кәрәкле булған был планшеттар йәш хужаларына алда торған берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнергә, унда юғары һөҙөмтәләргә ирешергә, вузға уҡырға инергә һәм киләсәктә Тыуған илгә файҙалы кешеләр булырға этәргес булһын!