Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Май 2020, 10:00

Ҡасанға тиклем уҡыйбыҙ?

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров Башҡортостанда барлыҡ мәғариф ойошмаларының дистанцияла эшләүен дауам итәсәге хаҡында белдерҙе.

Алдан әйтелгәнсә, уҡыу йылы башланғыс кластар өсөн – 22 майҙа, V - XI класс уҡыусылары өсөн 29 майҙа тамамлана.
Урта һөнәри һәм юғары белем биреү учреждениеларында уҡыу 1 июлгә тиклем дауам итәсәк, әммә ҡайһы бер мәғариф ойошмаларында был ваҡыттың күсерелеүе лә ихтимал. Бөтә студенттар ҙа имтихандарҙы ситтән тороп тапшырасаҡ.
12 майҙан ата-әсәләре эшкә сыҡҡан сабыйҙар өсөн балалар баҡсаһында дежур төркөмдә урын биреләсәк. Бындай төркөмдәр һаны, ата-әсәләрҙең һорауы буйынса, муниципалитеттар тарафынан үҙаллы хәл ителә.
Балаларҙы дежур төркөмгә йөрөтөү өсөн ата-әсәгә урындағы хакимиәттең мәғариф бүлегенә йәки балалар баҡсаһы мөдиренә ирекле формала ғариза яҙырға, шулай уҡ баланың һаулығы тураһында белешмә (уны педиатрҙан ситтән тороп алырға мөмкин) тапшырырға кәрәк.
Читайте нас в