Быйылғы сығарылыш класс уҡыусылары артабан юғары уҡыу йортона инеү өсөн ниндәй фәндән билдә кәрәклегенә ҡарап, Берҙәм дәүләт имтиханында шул предметтарҙы һайлай ала.
Ошо турала белдерҙе, кисәге көн РФ мәғариф министры Сергей Кравцов. Шул уҡ ваҡытта Кравцов билдәләүенсә, уҡыусыларҙың имтихан тапшырыу өсөн нисә фән һайлауында сикләү булмаясаҡ.
9-сы класс уҡыусылары өсөн дөйөм дәүләт имтихандары булмай, уларға йомғаҡлау баһаһын, йыл дауамындағы билдәләргә ҡарап ҡуясаҡтар.