+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Май 2020, 12:39

Гимназия уҡыусылары һынатмай

Таһир Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары Лобачевский исемендәге Бөтә Рәсәй фәнни конференцияһында үҙ көстәрен һынап ҡараны.

Таһир Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары Лобачевский исемендәге Бөтә Рәсәй фәнни конференцияһында үҙ көстәрен һынап ҡараны.
Быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарылған был абруйлы конкурсты Ҡазан федераль университеты ойошторҙо. Илдең төрлө төбәктәренән дистанцион конференцияла ҡатнашҡан 700 уҡыусы араһында беҙҙең райондан Таһир Кусимов исемендәге гимназияның бишенсе һәм туғыҙынсы класс уҡыусылары Физалия Ғәбитова менән Рушана Хисаметдинова ла үҙҙәренең көсөн, белемен һынап ҡараны.
— Уҙған уҡыу йылынан был мәртәбәле конкурста ҡатнашырға хыялландыҡ. Тик былтыр беҙҙең ғилми эшебеҙ артабанғы турға үтмәне, — тип һөйләй Физалияның ғилми етәксеһе Йондоҙ Хисаметдинова. — Быйыл конкурсҡа ныҡлы әҙерләндек һәм үттек, ләкин эпидемия арҡаһында конференцияла дистанциялы рәүештә ҡатнашырға тура килде. Уҡыусым бик ҡыҙыҡлы тема буйынса сығыш әҙерләне — «Әбйәлил районы символикаһы». Ул райондың гербын һәм флагын башҡа ҡала-райондарҙыҡылар менән сағыштырҙы, уҡыусыларҙан һорау алыу ойошторҙо. Район символикаһын лайыҡлы файҙаланыу, уның беҙҙең өсөн ғорурлыҡ булыуы хаҡында уй-кисерештәре менән бүлеште. Физалия эшен лайыҡлы яҡлап, III дәрәжәләге диплом һәм сертификаттар менән бүләкләнеүе беҙҙең хеҙмәтебеҙгә юғары баһа.
Рушана үҙенең ғилми етәксеһе Альбина Муллахмәтова менән Тамъян ырыуы башлығы Шағәле Шаҡмандың тормошон өйрәнгән. Күренекле шәхестең ғүмер юлына ҡағылышлы тарихи материалдар туплағас, Рушана социаль селтәрҙә сәхифә булдырып, унда ошо мәғлүмәттәрҙе биреп барған. Ул ололар, балалар өсөн дә бик ҡыҙыҡлы булған. Асыҡланыуынса, йәш быуын Шағәле Шаҡман хаҡында әллә ни белмәй икән. Сығышын бик төплө әҙерләгән, тарихи документтар менән байытҡан Р. Хисаметдинова конференцияның III дәрәжәле дипломына лайыҡ була. Тырыш ҡыҙ ҡыҙыҡлы тема тәҡдим иткәне, ғилми-эҙләнеү эшендәге ҙур ярҙамы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Муллахмәтоваға рәхмәтле.
Әйткәндәй, Рушана ла, Физалия ла — гимназияның алдынғы уҡыусылары. Тырыш ҡыҙҙар башланғыс кластарҙан уҡ эҙләнеү эштәре менән мәшғүл, төрлө конкурс-конференциялар еңеүселәре. Әле лә дистанциялы белем алыу осоронда улар яңы проекттар өҫтөндә эшләй. Йәш тикшеренеүселәргә уҡытыусылары һәм ата-әсәләре ярҙам итә.
Р. Хисаметдинова тағы ла Санкт-Петербургта уҙасаҡ Бөтә Рәсәй ғилми-инновацион конференцияға саҡырылған. Тик билдәле сәбәптәр буйынса сара күсерелгән. Һәләтле, тырыш уҡыусыға яңы уҡыу йылында унда ҡатнашырға насип булһын ине.
Динара САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: