Үткән аҙнала иң яҡшы башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусылары араһында республика конкурсына башланғыс бирелде. Конкурс дистанциялы рәүештә уҙа.
Унда ҡатнашыу өсөн документтар 25 майға тиклем генә ҡабул ителә.
Конкурс йомғаҡтары буйынса республиканың 50 иң яҡшы тел уҡытыусыһы аҡсалата премия аласаҡ. Уның күләме – 50 мең һум.