+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Май 2020, 11:00

Уҡыу менән бер рәттән, тәжрибә лә тупларға

Сираттағы кәңәшмә барышында В. Путин вуз һәм колледждарҙа белем алыусы студенттарға эшләү мөмкинлектәрен арттырыу кәрәклеген белдерҙе.#ВладимирПутин

“Студенттар белем алыу менән бер рәттән тәжрибә тупларға ла, өҫтәмә килем сығанағына эйә булырға ла тейеш”, — тине Президент.
Ауыл хужалығы йүнәлеше буйынса уҡыусы ҡыҙ һәм егеттәргә йәйге осорҙа эш урындары булдырығыҙ, тип мөрәжәғәт итте ул агрохолдинг етәкселәренә. Педагогик вуздарҙа белем алыусыларға мәғариф учреждениеларында хеҙмәт юлын башлау мөмкинлеген асҡан закон булдырыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һанлы технологиялар тармағында уҡыған йәштәр юғары эш хаҡына ла өмөт итә аласаҡ.
Әйткәндәй, коронавирус пандемияһы мәлендә медицина вуздары студенттары үҙ теләктәре менән дауаханалағы өлкәнерәк коллегаларына ярҙамға ашыҡҡан.
Читайте нас: