+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Май 2020, 12:51

Хуш, ҡыңғыраулы мәктәп йылдары!

Йәнгел урта мәктәбе ағымдағы уҡыу йылында үҙенең юбилейлы — 55-се сығарылыш уҡыусыларын аҡ теләктәр менән үҙ аллы тормошҡа оҙатасаҡ. Береһенән-береһе аҡыллы, матур биш ҡыҙ, сая, тырыш һигеҙ егет ун бер йыл дауамында белем алған тыуған мәктәптәре менән хушлашасаҡ.

Йәнгел урта мәктәбе ағымдағы уҡыу йылында үҙенең юбилейлы — 55-се сығарылыш уҡыусыларын аҡ теләктәр менән үҙ аллы тормошҡа оҙатасаҡ. Береһенән-береһе аҡыллы, матур биш ҡыҙ, сая, тырыш һигеҙ егет ун бер йыл дауамында белем алған тыуған мәктәптәре менән хушлашасаҡ.
Быйылғы уҡыу йылы ла аҙағына яҡынлаша. Күптәр йәйге каникулдарҙы түҙемһеҙлек менән көтһә, ун беренсе кластар уҡыусылары өсөн бер аҙ моңһоу ҙа, күңелле лә мәл — һуңғы ҡыңғырау яңғыраясаҡ. Бөтә ил буйынса мәктәптәр үҙҙәренең ҡарлуғастарын-уҡыусыларын үҙ аллы тормошҡа оҙата.
Үкенескә ҡаршы, быйыл һуңғы ҡыңғырау байрамы ғәҙәттәгесә тантаналы түгел, ә онлайн рәүештә уҙғарыласаҡ.
Йәнгел урта мәктәбе ағымдағы уҡыу йылында үҙенең юбилейлы — 55-се сығарылыш уҡыусыларын аҡ теләктәр менән үҙ аллы тормошҡа оҙатасаҡ. Береһенән-береһе аҡыллы, матур биш ҡыҙ, сая, тырыш һигеҙ егет ун бер йыл дауамында белем алған мәктәптәре менән хушлашасаҡ. Класс етәкселәре Ә. Ғәли-уллина ун өс бөртөк уҡыусыһын үҙ балаларындай күреп, һәр береһе өсөн янып-көйгән уҡытыусы ул. Ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең һәләттәрен үҫтереүгә этәргес биреп, уңыштары-еңеүҙәренә уҡыусыла-рынан нығыраҡ үҙе ҡыуана. Әлфиә Заһир ҡыҙының тәүге сығарылышы бик берәгәй булмаҡсы.
— Бик уңған, тырыш уҡыусылар — уҡыуҙа яҡшы өлгәштеләр, спортта ла, төрлө сараларҙа ла үҙҙәрен лайыҡлы күрһәттеләр. Берҙәмдәр, татыуҙар — һынатмай, һәр ваҡыт алдынғы булдылар. Мәктәптең ғорурлығы улар, — ти класс етәкселәре.
Быйылғы сығарылыш уҡыусылары төрлө ауылдарҙан — Йәнгел, Атауҙы, Первомайҙан булыуға ҡарамаҫтан, дәрестән тыш сараларҙа күмәкләп, әүҙем ҡатнашҡандар. Мәктәптә үткән байрам-кисәләр талантлы ун берҙәрһеҙ үтмәй. Район кимәлендә уҙғарылған агитбригадалар конкурсында «Йәнгел азаматтары» матур сығыш яһап, өсөнсө урын яулаған. «Юнармия» сафында ике йыл хеҙмәт иткәндәр. Класта бөтәһе лә тиерлек спорт менән етди шөғөлләнгән. Район, республика буйынса уҙған волейбол, баскетбол, теннис ярыштарынан да ситтә ҡалмағандар. Һәр саҡ мәктәп данын лайыҡлы яҡлап, призлы урындар яулағандар. Ирекмәнлек эше лә ҡыҙҙар, егеттәр өсөн ят түгел. Оло йәштәге ветерандарға ярҙам күрһәткәндәр. Даими рәүештә яңғыҙ йәшәгән инәйҙәргә барып, йорт-ҡура эштәрен башҡарғандар.
— Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашһалар ҙа, уҡыу улар өсөн тәүге урында, — ти Әлфиә Заһир ҡыҙы. — Класта өлгәш сифаты һәр ваҡыт юғары булды — биш уҡыусы мәктәпте миҙалға тамамлар тип өмөтләнәбеҙ. Л. Борисова, Ю. Ғилманова, Р. Малыбаева, З. Туғанбаева, Н. Замалитдинов, Т. Баязитов класыбыҙҙың тырыш, һәр яҡтан шәп уҡыусылары. 5-се кластан алып тик «5»-ле билдәһенә өлгәштеләр.
Бер кластан биш миҙалсы булһын әле?! Бына улар — Йәнгел урта мәктәбе йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙыласаҡ ҡыҙҙар-егеттәр. Лилиә Борисова — ун беренсе кластың иң алдынғы уҡыусыһы, математика, рус теле һәм әҙәбиәте, йәмғиәтте өйрәнеү фәне, тарих, инглиз теле буйынса республика, район олимпиадалары призеры, фәнни-ғәмәли конференциялар еңеүсеһе. Ю. Хәсәнов исемендәге «Иң яҡшы математик» премияһы лауреаты (2019). Шәп ҡыҙ Мәскәүҙә отличниктар өсөн уҙғарылған шыршы байрамына барыу бәхетенә өлгәшкән. Рус теленән берҙәм дәүләт имтиханын эшләп ҡарағанда 90 балл йыйған. Шулай уҡ Лилиә матур итеп һүрәт төшөрә, мәҙәни сараларҙы үҙенең бейеүҙәре менән йәмләй.
Юлиә Ғилманова — йәмғиәтте өйрәнеү фәне, география, тарих, технология предметтары буйынса район һәм республика олимпиадаларында юғары үрҙәр яулаған. 2018-2019 уҡыу йылдарында район башлығы стипендиаты, 2019-2020 йылдарҙа Ю. Хәсәнов исемендәге «Иң яҡшы стипендиат» премияһы лауреаты.
Ташбулат Баязитов — спортҡа ғашиҡ егет, үҙен спортһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Уның тормош девизы — «Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух». Республиканың ниндәй генә ҡалаларында булмаған ул! Райондың йыйылма командаһы составында төрлө ярыштарҙа ҡатнашҡан, шулай уҡ еңел атлетика буйынса һынатмаған. Быйыл ГТО нормативтарын яҡшы күрһәткестәргә тапшырып, алтын билдә алған, юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн Минекәевтар ғаиләһенән премияға лайыҡ булған. Ғөмүмән, был егеттең спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштарын һанап бөтөрлөк түгел. Спорт ярыштарында ғына түгел, ОБЖ, физкультура буйынса олимпиадаларҙа призлы урындар яулаған.
Районда сәсән телле, йор һүҙле Нияз Замалитдиновты кем генә белмәй? «Һаумы, һаумы әкиәт!», «Урал батыр», «Йөрәк һүҙе» конкурстарында, сәсәндәр бәйгеләрендә республикала һәм районда һәр ваҡыт призлы урындар яулай ул. Нияздың спорт буйынса ла ҡаҙаныштары бик күп — йыл спортсыһы (2018 ), «Иң яҡшы хоккейсы» (2019), ГТО-ның алтын билдәһе һ.б.
Рината Малыбаева — волейбол, баскетбол, теннис буйынса район конкурстары призеры. Зөһрә Туғанбаева — химия, биология, инглиз теленән үткән олимпиадалар призеры. Шулай уҡ шиғыр һөйләүселәр бәйгеләрендә лә һынатмай. Спорт өлкәһендә лә ҡаҙаныштары бик күп. Илнур Заһиҙуллин бик шәп математик. Ул да Ю. Хәсәнов исемендәге премияға лайыҡ. Артем Шаһимәрҙәнов, Тәүрәт Әхмәтйәнов, Айсыуаҡ Сәйфуллин, Тимур Дәүләткирәев, Максим Новиков, Юлиә Фәттәхова тырыш, белемле булыуҙары менән айырыла.
Был сығарылыш уҡыусыларының маҡсаты — юғары уҡыу йортона инеү. Хыялдарындағы һөнәрҙәренә эйә булыу өсөн кәрәкле йүнәлештәр буйынса дәүләт имтихандарын һайлағандар һәм ныҡлы әҙерләнәләр.
— Бөтә педагогик коллектив исеменән беҙҙең ун беренселәргә уңыштар, тормошта үҙ урындарын табыуҙарын теләйем, — ти Йәнгел урта мәктәбе директоры Илдар Ғәббәсов. — Уларҙың барыһының да юғары белемгә эйә булып, район, республика мәнфәғәтендә кәрәкле белгестәр буласағына ныҡлы ышанабыҙ.
Егеттәр һәм ҡыҙҙарға ҡатмарлы һынауҙарҙы яҡшы тапшырып, артабан лайыҡлы белем алыуҙарын теләргә ҡала.
Аҡ юл, яҡты киләсәк, һеҙгә, мәктәп тамамлаусылар!
Динара САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: