+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Июнь 2020, 13:25

Беренсе класҡа барыуҙа яңы ҡағиҙәләр бар

Рәсәй Мәғариф министрлығы башланғыс кластарҙы мәктәпкә алыу буйынса яңы бойороҡ проекты әҙерләне.#национальныепроекты#регпроекты

Күп нормативтар элеккесә ҡала: беренсе класҡа 6,5 йәштән барырға мөмкин, әммә 8 йәштән һуңыраҡ түгел. Ата-әсәнең ғаризаһы буйынса мәктәпкә иртәрәк барыу мөмкинлеге лә бирелә.
Ғаризалар 1 февралдән 30 июнгә тиклем ҡабул ителә. Белем биреү учреждениеһынан алыҫ йәшәһә лә, тап шул мәктәпкә балаһын бирергә теләүселәр өсөн, әгәр унда урындар ҡалһа, 1 июлдән ғариза бирергә мөмкин.
Төп яңылыҡ туғандарға ҡағыла: ағаһы йәки апайы уҡыған мәктәпкә барырға теләүсе балаларға өҫтөнлөк бирелә, йәки ул өлкән туғаны уҡыған белем усағында уҡыу хоҡуғына эйә була.
Беренсе класҡа ҡабул итеү буйынса тейешле документтар теҙмәһендә үҙгәрештәр бар.
Әйткәндәй, быйылғы онлайн Һуңғы ҡыңғырау байрамы уҙғандан һуң, 27 июндә 11-се кластар өсөн сығарылыш кисәләре үткәрергә рөхсәт ителде. Әммә ул да әлегә онлайн форматта буласаҡ, тип күҙаллана. Әгәр сикләүҙәр асылһа, кисәгә йыйылыуҙары ла ихтимал.
Читайте нас: