+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Июнь 2020, 11:10

Юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары арта

Мәктәп уҡыусылары өсөн быйылғы уҡыу йылы үҙенсәлекле булды, бигерәк тә сығарылыш кластары өсөн.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Мәктәп уҡыусылары өсөн быйылғы уҡыу йылы үҙенсәлекле булды, бигерәк тә сығарылыш кластары өсөн.
Коронавирусҡа бәйле хәл торош уҡыу–уҡытыу процессына үҙ төҙәтмәләрен индерҙе, имтихандар тапшырыу ваҡыты үҙгәрҙе.
Республиканың мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин белдереүенсә, Башҡортостанда 6 апрелдән уҡыусылар дистанцион белем алыуға күскәндән алып, 1,5 миллион самаһы онлайн дәрестәр үткән. Сығарылыш кластары уҡыусылары өсөн берҙәм дәүләт имтихандары 3 июлдә башлана. 18 июндән юғары уҡыу йорттарына ғаризаларҙы онлайн тапшырырға мөмкин. Башҡортостанда юғары уҡыу йорттарына быйыл бюджет урындары 1073-кә артығыраҡ буласаҡ.
Тағы ла шул билдәле: Рәсәйҙең күпселек юғары уҡыу йорттары быйылғы йылда уҡыу өсөн түләү хаҡтарын арттырмаясаҡ.
Читайте нас: