+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Июнь 2020, 12:50

“Мәғариф сәғәте”: уҡыу йылы йомғаҡтары, уҡырға инеү кампанияһы һәм йәйге ял

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн-режимда мәғариф мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн-режимда уҙғарған сираттағы “Мәғариф сәғәте”ндә уҡыу йылының йомғаҡтары, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү кампанияһы үҙенсәлектәре һәм балаларҙың йәйге ялын ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.
Кәңәшмә башында БР Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская социаль селтәрҙәрҙә халыҡ тарафынан мәғариф өлкәһенә ҡағылышлы күтәрелгән һорауҙарға туҡталды. Улар араһында дистанцияла уҡыуҙы ойоштороу өсөн интернет менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу, яңы төҙөлгән биҫтәләрҙә мөғариф учреждениелары төҙөү, балалар баҡсаларының эшмәкәрлеген асыуҙы һорап яҙған мөрәжәғәттәр бар.
- Коронавирусҡа бәйле хәл-торош тотороҡланды тип әйтеп булмай, шуға күрә балалар баҡсаларын асыу менән ҡабаланырға ярамай, - тине Радий Хәбиров. – Әлегә мәктәпкәсә учреждениеларҙа дежур төркөмдәр менән сикләнергә тура килә.
Төбәк Башлығы Мәғариф һәм фән министрлығына мәктәп биләмәһендәге спорт майҙансыҡтарының эргә-тирә йорттарҙа йәшәгән балалар өсөн асыҡ булыуын тәьмин итергә ҡушты.
3 июлдә республика мәктәптәрендә Берҙәм дәүләт имтихандары башлана. Июль айында етди сәбәп менән һынау бирә алмаған уҡыусылар имтиханды августа тапшыра аласаҡ. БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, барлыҡ БДИ тапшырыу пункттарында ла санитар контроль тәьмин ителгән. Мәктәп автобустары көнөнә ике тапҡыр антисептиктар менән эшкәртеләсәк. Сығарылыш кисәләренә килгәндә, улар тотош ил буйынса 27 июндә онлайн-форматта үтәсәк.
- Беҙ балаларға байрам кәрәк икәнен аңлайбыҙ, әлбиттә. Әгәр барыһы ла яҡшы булып, санитар табиптар рөхсәт итһә, барлыҡ имтихандар тамамланғандан һуң – 25 июлдә сығарылыш балы уҙғарырға күҙаллайбыҙ, - тине министр.
Июндең өсөнсө декадаһында юғары уҡыу йорттары документтар ҡабул итә башлай. Уҡырға инеү августа үтәсәк. Тәү сиратта ташламаға эйә абитуриенттарҙы ҡабул итәсәктәр.
- 2020-2021 уҡыу йылына 11 меңдән ашыу бюджет урыны бүленгән. Был былтырғы йыл менән сағыштырғанда 1073 урынға күберәк, - тип хәбәр итте М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов. – Абитуриент менән ҡабул итеү комиссияһының аралашыуы мөмкин булғанса онлайн алымға ҡулайлаштырыласаҡ. Шәхсән килеү кәрәкмәй. Уҡырға инергә теләүселәр документтарын уҡыу йорттарының сайттары аша электрон формала ебәрә ала.
Республика Башлығы төбәктең Мәғариф һәм фән министрлығына муниципалитеттар менән берлектә интернет үткәрелмәгән ауыл уҡыусыларының документтарын тапшырыу эшендә ярҙам күрһәтергә ҡушты. Шулай уҡ Радий Фәрит улы юғары уҡыу йорттары тарафынан документтар ҡабул итеү тәртибе менән таныштырыу йәһәтенән киң аңлатыу эше алып барыуҙы һораны.
Быйыл пандемия балаларҙың йәйге ял миҙгелен ваҡытында башлауҙы ла тотҡарланы. Айбулат Хажин әйтеүенсә, ике меңдән ашыу лагерь 1 июлдән асылыуға әҙер. Ундағы хеҙмәткәрҙәр вахта ысулы менән ябыҡ режимда эшләйәсәк. Ата-әсәләр менән осрашыу көндәре булмаясаҡ.
Читайте нас: