РФ Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, проект сиктәрендә 22 уҡыу программаһы булдырыласаҡ һәм уларға 2170 педагог йәлеп ителәсәк. Вуздарҙа уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталығын арттырыу буйынса майҙансыҡтар асыласаҡ. Яңы эш башлаған мөғәллимдәргә өс йыл дауамында методик ярҙам күрһәтеү йүнәлеше лә күҙ уңында тотола.