+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Июнь 2020, 11:50

«РобоПром-2020» фестивале – онлайн-форматта

Ил башлығы В. Путиндың май Указдарына ярашлы ҡабул ителгән «Мәғариф» һәм «Фән» милли проекттарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә үткәрелеп килгән дүртенсе «РобоПром-2020» фестивале Башҡортостанда беренсе тапҡыр онлайн форматта үтте.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Фестивалде Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының «Толтек» технопаркы ойошторҙо. Яңы форматтың уңайлыҡтарын барыһы ла яҡшы белә, сөнки нәҡ уның ярҙамында ҡатнашыусылар өсөн киң офоҡтар асылды һәм йәш буйынса сикләүҙәр бөтөрөлдө. Башҡортостандан тыш, фестиваль Пермь крайы, Мәскәү, Свердловск, Архангельск, Кемерово һәм Вологда өлкәләренән, шулай уҡ Удмуртия һәм Якутиянан балаларҙы һәм ололарҙы йыйҙы.
Бынан тыш, дистанцион формат, ойоштороусыларға проекттар менән алдан танышыу мөмкинлеге бирә һәм финалға иң лайыҡлыларҙың үтеүенә булышлыҡ итә, шуға күрә онлайн-формат артабан да һаҡланасаҡ.
Ҡатнашыусыларға үҙҙәрен алты номинацияның береһендә күрһәтергә тәҡдим ителде: «Минең робот», «Мин уйлап табыусы», «VR/AR проектлар», «Еңеү символдары хәрби техниканың 3D моделе», «Теләһә ниндәй йәштәге мейкерлар араһында иң яҡшы техник проект», «Робот техникаһы уҡытыусыларының иң яҡшы методик эше».
Бынан тыш, ҡатнашыусыларға үҙ проекттарын онлайн режимда яҡларға тура килде. Иңдән-иң тип табылғандар бүләктәрен почта аша аласаҡ.
Читайте нас: