+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Июнь 2020, 13:14

Донъя беҙҙең ҡулдарҙа...

Таһир Кусимов исемендәге гимназияның 10-сы класс уҡыусыһы Алмас Усманов ҙур еңеү яуланы.

Таһир Кусимов исемендәге гимназияның 10-сы класс уҡыусыһы Алмас Усманов ҙур еңеү яуланы. Ул Волга буйы һәм Урал федераль округтары буйынса ойошторолған «Донъя беҙҙең ҡулдарҙа» тип аталған ғилми-ғәмәли конференцияла икенсе урынға лайыҡ булды. Чебоксарыла үткән Бөтә Рәсәй турының төбәк-ара этабы янғын хәүефһеҙлегенә арналды. Республика кимәлендәге конкурста беренсе урын яулаған тырыш егет Ырымбур, Пенза, Һарытау, Татарстан, Пермь уҡыусылары араһында Башҡортостан данын яҡланы. Бөтәһе 81 номинант ҡатнашҡан этап еңел бирелмәй, шулай ҙа Алмас үҙенең эшен уңышлы яҡлай. Ситтән тороп уҙғарылған конференцияның эксперт комиссияһы ижади эштәрҙе ике йүнәлеш: тикшеренеү һәм ғилми-ғәмәли эшмәкәрлек буйынса баһалай. А. Усманов әҙерләгән презентацияның йөкмәткеле, бай мәғлүмәтле булыуын билдәләйҙәр.
Уңышы өсөн егет ғилми етәксеһе, район балалар ижад йортоноң өҫтәмә белем биреү педагогы Айгөл Ғәлинаға рәхмәтле.
— Янғын хәүефһеҙлеге бик көнүҙәк тема. Атайым да янғын һүндереүсе булып эшләгәс, күңелемә был һөнәр яҡын. Айгөл Мөхәмәт ҡыҙы конкурста ҡатнашырға тәҡдим иткәс тә, бергәләп ғилми эштең темаһын һәм йүнәлешен һайланыҡ, — ти Алмас. — Янғын һүндереүсе һөнәренең үҙенсәлектәрен, беҙҙең райондың янғын һүндереү хеҙмәте, уның тарихы хаҡында ла яҙҙым. Тиҫтерҙәрем араһында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса анкета үткәрҙем, башланғыс кластар уҡыусылары өсөн буклет төҙөнөм, уларға аңлатыу эштәре үткәреп, таратып бирҙем. Ғилми эш яҙғанда үҙем өсөн ҡыҙыҡлы асыштарға ла юлыҡтым. Иң мөһиме, янғын һүндереүсенең кәрәкле һөнәр булыуына инандым. Был яуаплы һәм хәүефле хеҙмәттә ҡыйыу кешеләр генә эшләй ала.
Аҡыллы, тырыш һәм сәмле егетте ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә ҡаҙаныштары күберәк булыр, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: