+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Июнь 2020, 11:50

Бөтә түңәрәктәр бер исемлеккә индерелә

Рәсәйҙә Өҫтәмә белем биреү түңәрәктәренең Бөтә Рәсәй конкурсы башланды. Уның сиктәрендә уҡыусылар өсөн олимпиадалар ҙа уҙа.#национальныепроекты#регпроекты

«Фән» милли проекты нигеҙ һалған был конкурс төбәктәрҙә йәшәүсе балаларҙы фән менән ҡыҙыҡһыныуға йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота.
Башҡортостанда бөгөн техник ижад менән 5-тән 18 йәшкә тиклем 37 меңдән ашыу бала шөғөлләнә. Техник йүнәлештә өҫтәмә белем биреүсе 24 учреждение эшләй.
2017 йылда технопарктар майҙансыҡтарында Кванториум барлыҡҡа килде һәм ике йыл дауамында тағы ун технопарк үҙ эшен асты.
Былтыр йәш ғалимдарҙы ҡеүәтләп, «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә «Аврора» үҙәге асылды. Башҡортостан вәкилдәре төрлө фәнни конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай.
Һөҙөмтәле эшләгән фәнни түңәрәктәр киләсәктә берҙәм Рәсәй реестрына индерелеп, уларҙың майҙансыҡтары инженерҙар, новаторҙар әҙерләү өсөн ҡулланыласаҡ.
Читайте нас: