Предуниверсарий — Мәғариф һәм фән министрлығы, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының профилле уҡытыуҙы ойоштороу һәм уҡыусыларҙың ижади һәм интеллектуаль мөмкинлектәрен үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу буйынса уртаҡ инновацион проекты.
Мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Олег Баулин һәм республика гимназия-интернаты директоры Илнур Сәлихов ошо хаҡта килешеүгә ҡул ҡуйҙылар.
Уның сиктәрендә Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында “УГНТУ КЛАСС” кабинеты асылды. Ул “Мәктәп-вуз-предприятие” моделенең бер өлөшө булып тора.
Предуниверсарийҙың үҙенсәлеге — өлкән кластар уҡыусылары, профилле фәндәрҙән тыш, юғары уҡыу йортоноң профилдәре буйынса дисциплиналарҙы өйрәнәсәк һәм махсус курстарға йөрөйәсәк. Дәрестәрҙән тыш гимназистар үҙҙәренең шәхси проекттары менән эшләү өсөн ӨДНТУ факультеттары һәм институттары менән хеҙмәттәшлек итә аласаҡ, был малайҙарға һәм ҡыҙҙарға университетҡа уҡырға ингәнсе үк һайлаған һөнәренә өйрәнә башларға мөмкинлек бирәсәк.