+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Июль 2020, 11:45

Парта артында ултырып уҡыуға бер ни етмәй

«Мәғариф» һәм «Һанлы иҡтисад» милли проекттары пандемия осоронда балаларҙы онлайн уҡытыуға ҙур мөмкинлектәр асты.#национальныепроекты#регпроекты

Улар махсус программалар аша уҡытыусылар һәм класташтары менән виртуаль аралашып, үҙҙәрен дәрестәрҙә ҡатнашҡан кеүек тоя алды.
«Әммә бер класта, парта артында ултырып уҡыуға, педагог менән күҙмә-күҙ аралашыуға бер ни етмәй, — тип белдерҙеләр Мәғариф һәм фән министрлығында. — Социаль селтәрҙәрҙә таралған дистанциялы уҡытыу дауам итәсәк тигән хәбәрҙәр дөрөҫлөккә тап килмәй, балалар ҡәҙимге уҡытыу процесына ҡайтһа, әйләнешкә индерелгән технологиялар мөмкинлектәре сикле уҡыусыларҙы улар менән бер рәттән уҡытыуға ышаныслы нигеҙ булып ҡаласаҡ».
Читайте нас: