Проект ике этапта үтәсәк һәм ноябрҙә тамамланасаҡ. Маҡсат - балаларға киләсәккә һөнәр һайларға ярҙам итеү. Һәләтеңә, булмышыңа, теләгеңә ҡарап, үҙеңә оҡшаған, ҡулыңдан килерҙәй һөнәрҙе һайлаһаң, һәйбәтерәк бит. Беренсе этапта
проекттың сайтында бирелгән тестарҙы үтеп, һөнәрҙәрҙе белеүең-белмәүеңде тикшерергә мөмкин. Шәхси кабинетта - бөтәһе 60 тест. Күберәк үтһәң, система һинең мөмкинлектәреңде, ҡыҙыҡһыныуҙарыңды баһалап, практик сараларҙы һәм тәҡдимдәрҙе лә теүәлерәк табасаҡ.