+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Июль 2020, 11:00

Балыҡ кәтлиттәре кәрәкмәй

«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә булдырылған «Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте» балаларҙың ни өсөн мәктәп ашханаларында туҡланырға яратмауын тикшереп, блиц-һорау үткәрҙе.#национальныепроекты#регпроекты

«Рәсәй уҡыусылары хәрәкәтен»ндә бөгөн илдең 85 төбәгенән 500 меңдән ашыу бала ҡатнаша, был ойошма аша милли проекттың ете йүнәлеше тормошҡа ашырыла.
Мәктәп туҡланыуы мәсьәләһен күтәреп, уҡыусылар ашханаларҙы киләсәктә ниндәй итеп күрергә теләүҙәрен белдерҙе.
Тоҙһоҙ, һалҡын аш, ярымфабрикаттар күплеге, ҡайнап етмәгән сәй — былар исемлектең иң тәүге урынында торған сәбәптәр. Балалар бынан тыш, балыҡ кәтлиттәренә әйләнеп тә ҡарамауҙарын, картуф иҙмәһенең төйөрлө булыуын, борсаҡ, арпа аштарын, һыуып бөткән макарон, бешерелгән кәбеҫтәне яратмауҙарын белдерҙе.
Әлбиттә, өлкәндәр балыҡ һәм бауырҙан бешерелгән ризыҡтың балалар организмына файҙалы булыын аңлай, әммә һин быны уҡыусыларға дәлилләп ҡара — танау сирып ҡына ҡуясаҡтар.
Шуға ҡыҙ-малайҙар балыҡ кәтлите йәки балыҡ һурпаһы урынына балыҡтан эшләнгән «наггетсы» булһа, ашар инек, тиҙәр.
«Өҫтәлдә тағы ниндәй аҙыҡ-түлек күрергә теләр инегеҙ?» — тигән һорауға балалар шәкәрле һоло, кукуруз бутҡалары, тәмле һәм майлы ғына картуф иҙмәһе, борщ, солянка, йәшелсә салаттары һәм емеш-еләк, ҡоймаҡ, сэндвич, йогурт тип яуап биргәндәр. «Тәмле генә итеп бешерелһә, файҙалы ризыҡтарҙы ла баш тартмаҫ инек», — тигәндәр улар.
Балаларҙың талаптары күҙ һалһаҡ, тағы шундай пункттарҙы күрергә мөмкин:
- ашханалар таҙа, яҡты, ашнаҡсылар оҫта һәм алсаҡ булһын;
- дәрес араһындағы теләгән бер тәнәфестә ашханаға килеп, бутерброд йәки алма, банан һатып алыу мөмкинлеге булһын;
- өҫтәлгә ҡуйылған ризыҡ һыуыған, ҡатҡан йәки йәбешеп бөткән булмаһын;
- швед өҫтәле йәки һайлап алыу мөмкинлеге булдырылһын.
Читайте нас: