-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Июль 2020, 11:55

Мәскәүҙән еңеү менән!

Таһир Кусимов исемендәге гимназияла йәнә ҡыуаныслы яңылыҡ. Белем усағының башланғыс кластар уҡытыусыһы Йондоҙ Хисаметдинова ошо көндәрҙә Мәскәүҙән еңеү менән ҡайтты.

Йәйге каникулдар мәлендә лә уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа белем эстәүҙе дауам итә, үҙҙәрен төрлө конкурстарҙа һынап ҡарай. Таһир Кусимов исемендәге гимназияла йәнә ҡыуаныслы яңылыҡ. Белем усағының башланғыс кластар уҡытыусыһы Йондоҙ Хисаметдинова ошо көндәрҙә Мәскәүҙән еңеү менән ҡайтты.
«Рәсәй халыҡтары телдәрен уҡытыуҙың иң яҡшы педагогик тәжрибәләре» конкурсы РФ Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы «Туған телдәр буйынса белем биреү өлгөләренең берҙәм банкын булдырыу» проекты сиктәрендә уҙған. Илебеҙҙең баш ҡалаһындағы ижади бәйгенең финалына республиканан ике уҡытыусы сыға, уларҙың береһе — беҙҙең райондан булыуы уғата ҡыуаныслы. Йондоҙ Рәмил ҡыҙы Таһир Кусимов исемендәге гимназияла башланғыс кластарҙы уҡыта.
Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан конкурстың финалына сыҡҡан 30 уҡытыусы өс номинацияла оҫталыҡ дәрестәре биреп, үҙҙәренең аҡыл ҡеүәһен, аң-белем кимәлен күрһәтә, педагогик тәжрибәләре менән уртаҡлаша. Беҙҙең яҡташыбыҙ «Туған телде уҡытыуҙа һанлы ресурстарҙы файҙаланыу» номинацияһында башҡорт теле буйынса «Ҡолонсаҡ» дистанцион конкурс» проектын тәҡдим итә. Конкурстың республика этабын уңышлы уҙған был проект абруйлы жюри ағзаларында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Ингушетия, Дағстан республикалары, Ульяновск, Иркутск өлкәләре педагогтары менән бер номинацияла көс һынаған Й. Хисаметдинова лайыҡлы сығыш яһай. Тағы ике номинация — дәрес методикаһы һәм кластан тыш эштәр буйынса була. Һанлы технологиялар менән эшләүгә көнүҙәк тема булараҡ өҫтөнлөк бирелә. Йондоҙ Рәмил ҡыҙы мәртәбәле конкурста өсөнсө урын яулай. Уның проекты иң яҡшы педагогик тәжрибәләрҙең берҙәм банкына ҡуйыласаҡ.
— Был конкурсҡа нисек эләктегеҙ һәм ни өсөн тап ошо проектты һайланығыҙ?
— Дистанцион белем биреү башланғас, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында конкурс уйлап сығарҙым. Сөнки республикала башланғыс кластар өсөн ижади бәйгеләр күп, ә бына интеллектуаль конкурстар юҡ тиерлек. Форматын «Русский медвежонок»ка оҡшатып эшләнем. Һәр класҡа тест һорауҙары әҙерләп, уҡыусылар онлайн яуап ҡайтарҙы һәм электрон вариантта дипломдар һәм сертификаттар менән бүләкләнде. Конкурс гимназияла ғына уҙғарылманы, унда райондың башланғыс кластар уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашты, — тине Йондоҙ Рәмил ҡыҙы. — Уҡытыусылар араһында ойошторолған конкурс хаҡында интернет селтәренән үҙем белеп ҡалдым һәм ҡатнашып ҡарарға булдым. Проектты ебәргәс, республиканан финалға үтеүем хаҡында хәбәр иттеләр. Теманың актуаллеге үҙ өлөшөн индергәндер тип уйлайым.
Мәктәп ишеген яңы асып ингән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы хәреф танып-белеү, уҡырға өйрәтеү мауыҡтырғыс тойолһа ла, уларҙы ҡыҙыҡһындырыу, артабан төплө белем алһындар өсөн ныҡлы нигеҙ һалыу эше еңел түгеллеген башланғыс кластар уҡытыусылары ғына беләлер. Бер туҡтауһыҙ эҙләнергә, үҙеңде камиллаштырырға, уҡытыу процесында яңы алымдар уйларға, уларҙы тормошҡа ашырырға кәрәк. Башланғыс кластарҙа 22 йыл белем биргән Йондоҙ Хисаметдинова ла тап шундай тынғыһыҙ, ижади ҡарашлы уҡытыусы. Уның ҡаҙаныштар «багажы» ла һәлмәк кенә: 2013 йылда «Йыл уҡытыусыһы» район конкурсында Гран-при, 2014 йылда республика һөнәри оҫталыҡ конкурсында «Халыҡ традицияларын һаҡлау» номинацияһында билдәләнгән, 2015 йылда педагог-тикшеренеүсе булараҡ республика бәйгеһендә еңеүсе, 2019 йылда — «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының лауреаты, иң яҡшы уҡытыусылар конкурсыһы еңеүсеһе булараҡ грантҡа лайыҡ булған. Икенсе йыл башланғыс кластар уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе. Даими рәүештә эҙләнеү-тикшеренеү эше алып барған, мәҡәләләр яҙған, төрлө конференцияларҙа сығыш яһаған педагогтың уҡыусылары ла йыл һайын фәнни-ғәмәли конференцияларҙа урындар яулай.
— Был конкурс миңә һәр йәһәттән файҙалы булды — илдең төрлө төбәктәрендә уҡытҡан педагогтарҙың тәжрибәһен уртаҡлашыу яңы идеялар менән байытты, күп уҡытыусылар менән артабан да ара-лашып, хеҙмәттәшлек итергә килештек, бәйге үҙе яңы проекттарға этәргес бирһә, еңеүем ҡанат ҡуйҙы, үҙ-үҙемә ышанысты арттырҙы, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты уҡытыусы. — Миңә конкурсҡа әҙерләнеүҙә оло ярҙам күрһәткән коллегаларым А. Р. Муллахмәтоваға, Н. Б. Ғафароваға, Ф. Ә. Ғиниәтоваға, И. Н. Истамғәлинға, И. М. Яхинаға, директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Ф. М. Нөғәмәноваға, фәнни-методик эш буйынса урынбаҫар З. Н. Хөббөтдиноваға, гимназия директоры Р. Н. Әхмәтовҡа, мәғариф бүлеге методисы Ф. Р. Ғариповаға, район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Г. Ә. Рәхимоваға, методик берекмә етәксеһе М. К. Махийәноваға, ҡыҙым Рушанаға, тормош иптәшемә рәхмәтлемен.
Читайте нас: