Ул июль башында уҡ башланып, хәҙер икенсе этабы бара. Профориентация эшенә йәлеп ителмәгән уҡыусылар, ғәҙәттә, мәктәпте тамамлағанға хәтлем ниндәй һөнәр һайлаясағы тураһында уйланмай. Ҡайҙа барырға белмәһәң — иҡтисад йәки юридик өлкәне һайла, уҡырға яратһаң — филологияны, тигән принцип менән йәшәүселәр ҙә етерлек.
Яңы проект балаларға 6-сы кластан уҡ йүнәлеш биреп, киләсәктәге һөнәрен тоҫмалларға мөмкинлек бирә.
Программала ҡатнашыусы уҡыусылар проекттың сайтына инеп, 60-тан ашыу тест һорауҙарына яуап бирә, был тестарҙың һөҙөмтәләрен шәхси кабинет аша ата-әсәләр ҙә күҙәтеп бара ала. Артабан ҡыҙ-малайҙар профессияға ысынбарлыҡта инеү этабында ҡатнаша. Етәксе күҙәтеүе аҫтында төрлө һөнәрҙәрҙең нескәлектәренә төшөнә.
Баланы проектҡа индереү өсөн уның ата-әсәһенең мотлаҡ ризалығы кәрәк.