+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Июль 2020, 10:25

Класс етәкселәренә аҡса өҫтәләсәк

Йыл башында ил Президенты Владимир Путин үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыу буйынса тәҡдимдәр индергәйне.#ВладимирПутин

Яңы уҡыу йылы башынан Рәсәй уҡытыусылары класс етәкселеге өсөн 5 мең һум өҫтәмә түләү ала башлай. Был хаҡта дүшәмбе Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцов хәбәр итте.
«1 сентябрҙән Рәсәй Федерацияһы президенты ҡушыуы буйынса класс етәкселәренә 5 мең һум өҫтәмә түләүҙәр була», — тип белдергән мәғариф министры.
Ул шулай уҡ төбәк һәм муниципаль түләүҙәрҙең бөтөрөлмәүен билдәләне.
Бынан алда Кравцов яңы уҡыу йылын традицион форматта башларға планлаштырыуҙары, ә дистанцион уҡытыуҙың өҫтәмә булараҡ ҡулланыласағы хаҡында белдерҙе.
Читайте нас: