+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Август 2020, 10:52

Башҡортостанда яңы уҡыу йылында 42 “Үҫеш нөктәһе” асыласаҡ

Быйыл Башҡортостандың 30 муниципаль берләшмәһендә тағы ла 42 “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар профилле мәғариф үҙәге эшләй башлаясаҡ.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Быйыл Башҡортостандың 30 муниципаль берләшмәһендә тағы ла 42 “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар профилле мәғариф үҙәге эшләй башлаясаҡ. Улар “Мәғариф” милли проектына ингән “Заманса мәктәп” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырыла. Шулай итеп, республикабыҙҙа проектты тормошҡа ашыра башлағандан башлап “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәренең дөйөм һаны 175-кә етәсәк.
БР Фән һәм мәғариф министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әле 42 үҙәкте йыһазландырыу өсөн мәктәптәргә уҡыу әсбаптары, башҡа кәрәк-яраҡ килтерелә. Юғары технологик йыһаздар исемлегенә һанлы, аддитив йыһаз, 3D принтер, виртуаль ысынбарлыҡ шлемы, квадрокоптерҙар, медиа-йыһаз һәм башҡалар инә. Мәктәптәргә был йыһаздарҙы килтереү яңы уҡыу йылы башланғансы тамамланырға тейеш.
Яңылыҡ сығанағы: https://mgazeta.com/
Читайте нас: