+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Август 2020, 12:00

Сит телдәрҙән мотлаҡ имтихан булмауы ихтимал

«Берҙәм Рәсәй» партияһы быйыл берҙәм дәүләт имтихандарына үҙгәрештәр индереү инициативаһы менән сығыш яһаны.

Ошоға тиклем уҡытыу буйынса федераль стандарттарға ярашлы, 2022 йылда сит телдәрҙе белеү аттестат алыуҙың мотлаҡ шарты булырға тейеш ине. Хәҙер депутаттар был стандартты инҡар итергә ниәтләй.
«Беҙ илдең бөтә төбәктәрендә лә был турала кәңәшмәләр уҙғарҙыҡ, ата-әсәләр, педагогтарҙың фекерен тыңланыҡ һәм белем биреү системаһы әлегә бындай аҙымға әҙер булмауын асыҡланыҡ», — тине Дәүләт Думаһының мәғариф һәм фән буйынса комитеты ағзаһы Алена Аршинова. — Күп мәктәптәрҙә сит телдәр уҡытыусылары етешмәй, БДИ-ға әҙерлек тейешле кимәлдә башҡарылмай».
Әгәр мәктәп стандарттары бөгөн үҙгәртелмәһә, 2022 йылда уҡыуҙы тамамлаусылар, математика һәм рус теленән тыш, сит телдәр буйынса мотлаҡ дәүләт имтиханы тапшырырға тейеш була.
«Әгәр сит телдәрҙән һынауҙы мотлаҡ итеп индерһәк, сығарылыш уҡыусыларының яртыһы аттестатһыҙ тороп ҡалыуы ихтимал, сөнки, әҙерлек булмауы арҡаһында, улар был предметтан «икеле» аласаҡ, — тип дауам итә А. Аршинова. — Башта сифатлы белем алыу өсөн шарттар тыуҙырырға, шунан ғына белем кимәлен һынарға кәрәк».
«Берҙәм Рәсәй» партияһы тейешле закон проектын әҙерләп, Дәүләт Думаһына тәҡдим итте. Әммә һәр уҡыусы үҙ теләге буйынса сит телдән имтихан тапшыра ала. Бөгөнгә был предмет буйынса БДИ тапшырыуҙы уҡыусыларҙың 10 проценты ғына һайлай икән.
Читайте нас: