+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Август 2020, 11:15

Уҡытыусы һөнәренән бәхет тапҡан

Фәниә Фәттәхова хозур тәбиғәтле Мәйгәште ауылында тыуып үҫә. Эшһөйәр һәм татыу ғаиләлә тәрбиәләнгән ҡыҙ — алты бала араһында иң өлкәне. Ата-әсәһенең ярҙамсыһы ла, ҡусты-һеңлеләренә үрнәк тә була. Ауыл мәктәбенең дүрт класын тамамлағас, Белорет интернат-мәктәбендә белем ала һәм яҡшы билдәләргә тамамлай. Бәләкәйҙән ҡусты-һеңлеләре менән мәктәп уй-нарға яратҡан ҡыҙ, уҡытыусы булырға хыяллана. Шулай итеп Белорет педагогия училищеһы студенты булып китә.

Райондың төпкөл ауылдарында уҡытыусылар талап ителгәс, дипломлы белгесте тыуған ауылына башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп ҡайтаралар. Йәш мөғәллимә уҡытыуға бар көсөн һала, тәжрибә туплай. Бер йылдан уны директор вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Ҡыҙыҡлы дәрестәр, кластан тыш эштәр үткәргән уҡытыусы, тәрбиә эшен йәнләндереү маҡсаты менән уҡыусыларының өйҙәренә лә йөрөп сыға.
Өс йылдан Фәниә Йәғәфәр ҡыҙы Исхаҡ ауылына эшкә килә. Йәш мөғәллимәне бында ҡыуанып ҡаршы алалар. Балаларҙың күңеленә асҡыс тапҡан тырыш педагог белем биреү һәм тәрбиә эшен юғары кимәлдә башҡара. Бәләкәй мәктәптә үҙе мейес яға, иҙәнен дә йыуа. Дәрескә кәрәкле күргәҙмә материалдарҙы үҙе яһап ала. Музыка дәрестәрендә мандолинала уйнап, кескәй уҡыусыларын йырлата ла, бейетә лә.
Ғүмерлек мөхәббәтен дә Исхаҡ ауылында осрата ул, тормош иптәше Йыһанур Әүәл улы ул мәлдә колхозда тракторсы булып эшләй. Ата-әсә ризалығын алғас, йәштәр ғаилә ҡороп, ауылда йорт һалалар, гөрләтеп донъя көтә башлайҙар.
Исхаҡта яңы мәктәп асылыуы ауыл халҡы һәм уҡытыусы өсөн оло бәхет була. Ата-әсәләр уҡытыусы эше ауырлығын белгәнгә, мәктәп биләмәһен төҙөкләндереүҙә, баҡса үҫтереүҙә, башҡа күмәк саралар үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Утыҙ ете йыл педагогик стажы булһа, Фәниә Йәғәфәр ҡыҙы шуның 23 йылында Исхаҡ башланғыс мәктәбен етәкләй.
Ябай уҡытыусынан башланған хеҙмәт юлына күҙ һалып, ул һөнәренә тоғро ҡалыуы менән ғорурлана. Бөгөн педагог хаҡлы ялда. Мәғариф өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн иҫәпһеҙ почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.
Мәктәп эшенән тыш, ауылы өсөн янып торған уҡытыусы йәмәғәт сараларынан да ситтә ҡалмай. Өс тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайланған.
Тормош иптәше ҡатынының ныҡлы терәге, кәңәшсеһе. Фәттәховтар ғаиләһендә өс бала үҫеп, буй еткергән. Рәмзиә, Рәзинә, Илмир ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, һәр ҡайһыһы үҙ һөнәрен табып, тырышып эшләп йөрөй.
Тынғы белмәҫ гүзәл зат хаҡлы ялда ла тик ултырмай. «Йәнгүзәл» ансамбле ағзаһы булараҡ, район кимәлендә үткән мәҙәниәт сараларында әүҙем ҡатнаша.
Уңған хужабикәнең баҡсаһы гөл-сәскәгә күмелгән, йәшелсәләре, емеш-еләге йыл да мул уңыш менән ҡыуандыра. Мал, ҡош-ҡорт тәрбиәләүҙән тыш тилбер хужабикәнең башҡа мәшәҡәттәре лә етерлек. «Өләсәй» тип һағынышып ҡайтҡан ейән-ейәнсәрҙәрен һәр саҡ өҫтәл тулы ризыҡ әҙерләп көтә ул. Ҡул эштәре менән булышыу, түшелдерек, һаҡал кеүек милли биҙәүестәр яһауҙан ҡәнәғәтлек кисерә.
Люциә ОМОРҘАҠОВА.
Читайте нас: