+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Август 2020, 10:30

Алты уҡыу йортонда заманса оҫтаханалар асыла

Башҡортостанда колледждар һәм вуздар нигеҙендә тағы 24 заманса оҫтахана асыласаҡ.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда колледждар һәм вуздар нигеҙендә тағы 24 заманса оҫтахана асыласаҡ. Республиканың алты белем биреү учреждениеһы 2021 йылда гранттар биреү буйынса “Йәш профессионалдар” федераль проектының һайлап алыу туры еңеүсеһе булды. Быларҙың барыһы ла Башҡортостанда ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Мәғариф” милли проекты арҡаһында мөмкин булды.
Дүрт колледжда һәм ике вузда 24 оҫтахана булдырыу өсөн 206 миллион һум аҡса тотоноласаҡ. Еңеүселәр араһында Бәләбәй ҡалаһының механизация һәм электрофикация колледжы, Дыуан күп профилле колледжы, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы, Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы, Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Башҡорт дәүләт университеты бар.
Оҫтаханалар Рәсәй "Ворлдскиллс" стандарттарына ярашлы йыһазландырыласаҡ. Бында студенттарҙы заман технологиялары индерелгән төп һәм өҫтәмә белем биреү программалары буйынса уҡытасаҡтар, шулай уҡ һөнәри белем биреү буйынса саралар үткәреләсәк.
Читайте нас: